Унда үҙаллы һәм махсус курста компьютерҙа һәм интернет селтәрендә эшләргә өйрәнгән өлкән быуын вәкилдәре (50+) ҡатнаша ала. Бәйге “Дәүләт хеҙмәттәре порталы: минең тәжрибәм”, “Интернет-ҡаҙаныштарым”, “Интернет-эшҡыуар, интернет-эш биреүсе”, “Интернеттағы йәмәғәт башланғысым”, “Интернет әлифбам”, “Мин – интернет йондоҙо” кеүек номинациялар буйынса ситтән тороп уҙғарыла. Ҡағиҙәләр менән ойоштороусылар сайтындағы “Конкурс” тигән бүлектә танышырға мөмкин. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн сайттағы ғаризаны тултырырға, конкурс номинацияларына тура килтереп эште – эссены һәм авторҙың ике фотоһын теркәргә кәрәк. Эштәр 14 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Мәғлүм булыуынса, конкурсты Рәсәй Пенсия фонды һәм “Ростелеком” йәмғиәте Өлкән быуындың компьютер һәм интернет ғилемен үҫтереү буйынса милли мәнфәғәттәрҙе тормошҡа ашырыуҙың координация үҙәге ярҙамы менән ойоштора.