6 октябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров дәүләт һәм коммерцияға ҡарамаған автономиялы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары етәкселәре менән видеоэлемтә тәртибендә осрашыу үткәрҙе. Яңы коронавирус пандемияһы эҙемтәләрен бөтөрөү һөйләшеүҙең төп темаһы булды.
Төбәк етәксеһе ҡатмарлы осорҙа социаль учреждениеларҙа эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтте.
– Мартта тәүге ауырыуҙар асыҡланғас, улар тарафынан ҡурсаланыу тәртибен үтәүҙе контролдә тоторға кәрәк ине. Һеҙ мобиль бригадалар төҙөп, көн һайын фатирҙар буйлап йөрөнөгөҙ. Был - бик ҙур күләмле эш. Социаль учреждениеларҙағы кешеләрҙең һаулығын һаҡлау мөһим бурыс булды һәм әле лә шулай. Бергәләп ошондай ойошмаларҙа сирҙең таралыуына юл ҡуйманыҡ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Хәлде контролдә тотоуҙы дауам итәбеҙ. Бөтә донъяла ла, илебеҙҙә лә ауырыуҙар һаны арта. Республикала ла хәл киҫкен. Беҙ өс дауаханала COVID-госпиталь асырға һәм 15 декабргә тиклем Стәрлетамаҡта яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөргә ҡарар иттек.
Вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова быйыл марттан алып социаль хеҙмәткәрҙәрҙең фатирҙар буйлап ҡурсаланыу тәртибен үтәү-үтәмәүҙе күҙәтеүе, биш ай эсендә 400 меңдән ашыу кешене тикшереүҙәре тураһында һөйләне. Октябрьский ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты директоры Зәлиә Баһауетдинова кешеләр тәүлек әйләнәһенә йәшәгән социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының ҡурсаланыу тәртибе шарттарындағы эшен ойоштороу тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ә “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш үҙәге директоры Григорий Обвинцев балалар приюттарында тәрбиәләнгәндәрҙе йылы аш-һыу менән тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтар тураһында һүҙ алып барҙы. Радий Хәбиров Финанс министрлығына был мәсьәләне хәл итеү сараһын күрергә ҡушты.
Үҙәк район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Нурфаяз Шәймәрҙәнов эшһеҙҙәр һаны буйынса сығыш яһаны.