Бөгөн, 6 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса видеоконференция режимында үткән оператив штаб ултырышында ҡатнашты.
Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәрҙе. Ултырышта коронавирус менән бәйле хәл, һаулыҡ һаҡлау системаһының ошо һәм башҡа миҙгел сирҙәре артыуына әҙерлеге, сит илдәр менән даими авиабәйләнеш мәсьәләләре ҡаралды.
Ҡайһы бер төбәк биләмәләрендә тыуған илдәренә ҡайтыу мөмкинлеге булмаған сит ил граждандарының тупланыуына бәйле хәл тураһында фекер алышыу барышында Радий Хәбиров Башҡортостандағы Ҡырғыҙстан кешеләренә ярҙам күрһәтелеү хаҡында һөйләне. Сикләү саралары индерелеүе сәбәпле, Ырымбур өлкәһенә сығыу һәм Ҡаҙағстан сиген үтеү буйынса ҡатмарлыҡтар тыуғайны.
"16 сентябрҙә республикаға Ҡырғыҙстандан 1760 граждан килде. Беҙ уларҙы ҡаршылап, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары булдырҙыҡ, ҡайнар аш-һыу менән туҡландырыу ойошторҙоҡ. Эске эштәр министрлығы ҡатнашлығында тейешле бөтә процедураларҙы үткәрҙек. Табиптар контроле менән тәьмин иттек, - тине Радий Фәрит улы. - 24 сентябрҙә транзит коридоры асылды һәм уларҙың барыһы ла оҙатылды. Ҡырғыҙстан граждандары үҙҙәрен туғандарылай күреп яҡшы ҡаршы алған өсөн рәхмәт белдерҙе".
Башҡортостан Башлығы төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл һәм инфекцияның таралыуын булдырмау йәһәтенән ҡабул ителгән саралар хаҡында һөйләне.
"Республикала был хәлде контролдә тотабыҙ. Беҙҙә әлегә сир үҫеше ҙур түгел. Әммә һәр саҡ әҙер торорға кәрәк. Өфө районында республика кимәлендәге йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөү тәжрибәһе уңышлы булды. Беҙ унда сирлеләрҙең төп өлөшөн туплағанбыҙ - әле госпиталдә 380 кеше дауалана, - тине Радий Хәбиров. - Бюджет өсөн ауырға тура килһә лә, шундай уҡ йоғошло ауырыуҙар үҙәген республиканың көньяғында, Стәрлетамаҡта төҙөргә ҡарар иттек. 15 декабрҙә уны файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Унда шулай уҡ балалар өсөн, бала табыу һәм хирургия блоктары буласаҡ. Һеҙҙе яңы үҙәкте асыу тантанаһына саҡырабыҙ".
Татьяна Голикова үҙ сиратында саҡырыу өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостанға күптән барырға йыйынғанын әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.