Республика көнө алдынан Октябрьский ҡалаһында шатлыҡлы ваҡиға булды: етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.
Быйылғы йыл дауамында әлеге йүнәлештә дүрт кеше торлаҡлы булғайны, бөгөн тағы туғыҙ кеше асҡыс алып ҡыуанды. Йыл аҙағына тиклем бәхетлеләр һаны тағы өсәүгә артыр тип күҙаллана.
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы фатир менән тәьмин итеү маҡсатында хакимиәт тарафынан муниципаль контракттар нигеҙендә ҡаланың Ләйлә Мәрҙәншина урамындағы 2-се йортонан туғыҙ бер бүлмәле фатир алынған.
Туғыҙ ҡатлы йорттоң һәр фатиры айырым иҫәп приборҙары, шулай уҡ йылылыҡ биреүҙе көйләгән ҡорамал һәм иҫәпләгес, электр плитаһы менән тәьмин ителгән.
Фатир туйлаусыларҙы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.Н. Шмелев, "Стронег” акционерҙар йәмғиәтенең "Ивестстрой” ярҙамсыл йәмғиәте идарасыһы Ф.Х. Әхмәтшин, “Жилсервис-Стронег” йәмғиәте директоры Р.Ф. Әхмәҙиев, Ҡаҙна һәм торлаҡ сәйәсәте милкен иҫәпкә алыу буйынса идаралыҡ начальнигы А.Н. Ғәлиева ҡотланы.
Фатир алғандарға төрлө төҫтәге таҫмалар бәйләнгән асҡыстар тапшырылды. “Был аллы-гөллө таҫмалы асҡыс һеҙҙең тормошоғоҙҙоң сағыу битен асһын, алдағы ғүмер юлығыҙ тик яҡшы ваҡиғаларҙан ғына торһон”, - тигән изге теләктәр яңғыраны бәхетле фатир хужаларына.
Фотолар Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән.