Социаль мәсьәлә
10 Октябрь 2020, 08:00

"Бындай уҡ уңайлы, матур булыр тип уйламағайныҡ та"

Тиҫтә йылдан ашыу көтөргә тура килһә лә, өмөттөң аҡланыуы - үҙе ҙур шатлыҡ.

Өфө районында йәшәгән етем Ринат Исхаҡовҡа байрам алдынан закон буйынса тейешле фатир асҡысы тапшырылды. Тиҫтә йылдан ашыу көтөргә тура килһә лә, өмөттөң аҡланыуы - үҙе ҙур шатлыҡ.
Атай-әсәй ярҙамынан мәхрүм етемдәргә йортло булыу - хәҙерге заманда тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял, бары дәүләт кенә уларҙы фатирлы итә ала. Бәхеткә күрә, егеттең өмөтө аҡланды. Кисә ул үҙенең хәләл ефете менән тәүге тапҡыр үҙ торлағы ишеген асып инде.
"Фатир бик яҡшы, яҡты, иркен. Бындай уҡ уңайлы, матур булыр тип уйламағайныҡ та. Өфө районы хакимиәтенә, райондың опека органдарына ҙур рәхмәт!" - тине Ринат.
Бушлай фатир алыуға сиратҡа ул 14 йәштән баҫҡан. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә белем алған, хәрби хеҙмәттә булған, эшкә урынлашҡан, тормош юлдашын тапҡан. Хәҙер улар кеше фатирҙарында көн күрмәйәсәк.
Йоматау ауылындағы был яңы йорттан ун фатир бушлай тапшырыла. Берәүһе инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләгә бирелгән. Йыл аҙағына тиклем тағы биш етем фатирлы буласаҡ.
Фото: BashNews.
Читайте нас