Социаль мәсьәлә
10 Октябрь 2020, 06:00

Ғәйфуллиндар ғаиләһендә икеләтә байрам!

Республика көнөн ҡаршылар алдынан Илеш районында йәнә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды.

Илеш районы хакимиәтендә Республика көнөн ҡаршылар алдынан йәнә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Иҫәнбай ауылында йәшәгән күп балалы әсә Анджела Алик ҡыҙы Ғәйфуллинаға тантаналы шарттарҙа “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.
Берҙәм ғаиләлә ике ул һәм өс ҡыҙ бала үҫә. Кристина, Кирилл һәм Анастасия Иҫәнбай ауылындағы мәктәптә уҡый, Азалия һәм Эмиль әлегә бәләкәй – балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Яҡташтары татыу ғаилә тураһында бары яҡшы фекерҙә. Уларҙың сәләмәт тормошта бәхетле балалар үҫтереүҙәренә һөйөнәләр.
Илеш районы етәксеһе Илдар Мостафин күп балалы әсәгә ябай булмаған яуаплы хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм юғары награданы тапшырҙы. Әлеге көндә “Әсәлек даны” миҙалын районда йәшәгән 148 ҡатын алған. Уларҙың республика өсөн лайыҡлы граждандар, һөнәр эйәләре тәрбиәләйәсәгенә ышанабыҙ. Өйөгөҙ һәр саҡ йылы һәм яҡты булһын, балаларҙың күңелле тауышынан гөрләп торһон!
Фото: Илеш районы хакимиәте.
Читайте нас