Социаль мәсьәлә
13 Октябрь 2020, 08:42

Ауыл халҡының сәләмәтлеге хәстәрләнә

Учалыла бер юлы ете ФАП төҙөлә.

Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендәге медицина пункттары торошона айырыуса әһәмиәт бирелә. Учалы районында һәммәһе 52 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә. Күптән түгел БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығы менән Һәйтәк һәм Рафиҡ ауылдарында заманса модулле медицина пункттары ҡалҡып сыҡҡайны. Әле “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Учалы районында бер юлы ете модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә. Улар – Илтабан, Вознесенка, Ҡалҡан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр һәм Ҡобағош ауылдарында.


Яңы ФАП-тар – 8,55-кә 9,79 метр үлсәмендә тиҙ ҡоролған модулле конструкциялар. Ыҡсым ғына булһа­лар ҙа, тышҡы яҡтан бик матур күре­нәләр. “Уңайлы мөхит” программаһы талаптарын күҙ уңында тотоп проект­ланғандар, йәғни физик мөмкинлек­тәре сикләнгән кешеләргә инеү-сығыу өҫтәмә ҡыйынлыҡтар килтермәйәсәк. ФАП-та процедура, тикшереү, дарыу һаҡлау һәм башҡа кабинеттар бар. Бәҙрәф тә бина эсендә хәстәрләнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһы ла шартына килтереп, уйлап эшләнгән.
Беренсе булып төҙөлөш Ҡобағош­та башлана. Был ауылда һәммәһе 450 кеше йәшәй. Ошо ауылда тыуып үҫкән эшҡыуар Рәшит Ҡауыев бер нисә йүнәлештә эшмәкәрлек алып бара – туристар өсөн ял йорто төҙөй, икмәк бешереү цехы, магазин, пилорама булдыра, йөҙләп кешене эш урындары менән тәьмин итә. Эш булғас, йәштәр ҙә яңы йорттар һалып, ситкә китергә ашыҡмай, йыл әйләнәһенә туристар ҙа күп килә. Әлбиттә, бындай ҙур ауылда яңы ФАП төҙөү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә, сөнки совет заманында төҙөлгән бина бик иҫкерә, бигерәк тә ҡыш көндәре ныҡ һыуыҡ була.
– ФАП пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер тиһәк тә була. Урындағы бюджет иҫәбенә һыу тәьминәте, ташландыҡ һыу түгеү системаларын булдырҙыҡ. Шәхси эшҡыуар Рәшит Ҡауыев биләмәне кәртәләүҙе, төҙөклән­дереүҙе үҙ иҫәбенә башҡарҙы, хатта беседка ла эшләп ҡуйҙы. ФАП-ты ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм электр утына тоташтырыу эштәре генә ҡалды, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Миндәк ауыл советы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмаметьева.
Илтабан ауылының ҡалҡыу ғына урынында, мәҙәниәт йорто янында ла йәтеш кенә бина ҡалҡып сыҡҡан. Модулле ҡоролмаларҙың өҫтөнлөгө тап шунда инде – балалар конструкторы кеүек тиҙ эшләнә.
– Төҙөлөш подряды алыуға тен­дерҙа еңгән Пермь крайының Чусовой ҡалаһынан “Стройсервис” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәт­кәрҙәре бурыстарына яуаплы ҡарап, эштәрҙе ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарҙы. Конвейер кеүек эш иттеләр: беренсе бригада конструкцияны ҡороп китте, һуңынан икенсе төркөм килеп бинаны бүлмә­ләргә бүлде, ҡыйығын япты, иҙән-түшәм һалды, ишек-тәҙрәләрҙе ҡуйҙы. Йәнә бер бригада коммуникацияларға тоташтырҙы, – тип аңлатма бирҙе Ҡунаҡбай ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.
Ә бына нигеҙ күмеү, биләмәне төҙөкләндереү уларҙың йөкләмәһенә индерелмәгән икән, был эштәр район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла.
– Иҫке медпункт 1975 йылда күтәрелгән булған. Ул ваҡытта уҡ бураһы өр-яңы түгел ине, тип иҫкә ала ололар. Өҫтәүенә ике йыл элек дауыл сыҡҡанда ҡыйығы ныҡ зыян күрҙе. Бинаны һүткән саҡта аҫҡы бүрәнәләре сереп бөткәйне. Ғөмүмән, яңы медпункт төҙөлөүгә ныҡ шатбыҙ, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты хакимиәт башлығы.
Илтабанда яңы ФАП-тың буш тор­маясағына шик юҡ – ауылда әле 600 тирәһе кеше иҫәпләнә, байтаҡ өлөшө – пенсионерҙар. Киләсәктә кеше һаны арта барасағы көн кеүек асыҡ, сөнки ауыл биләмәһе ҡалаға яҡын урынлашҡан, йылдан-йыл шәхси торлаҡ төҙөү киң ҡолас ала бара.
Былтыр республиканың иң матур ауылы булып танылған Наурыҙҙа ла ҡыҫҡа ғына ваҡытта яңы ФАП бинаһы ҡалҡып сыҡҡан. Төҙөүселәр, медицина учреждениеһы бинаһын ҡороп, килешеүгә ярашлы, бурыстарын үтәгән. Бина свайҙарға ултыртып ҡоролғас, нигеҙҙе күмеп, нығытыу, кәртәләү, төҙөкләндереү эштәре ҡала.
Наурыҙҙарҙың төп һыҙаты – берҙәмлек. Әҙерҙе көтөп түгел, борсоған мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, бергәләп хәл итергә күнеккән улар. Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү һәм башҡа программалар ғәмәлгә ингәс тә, наурыҙҙар, әүҙемлек күрһәтеп, дәррәү ҡушылды. Был юлы ла һынатмайҙар.
– ФАП-ты кәртәләү, нигеҙен нығытыу мәсьәләһе тыуғас, ауыл­даштарға мөрәжәғәт иттек. Бер аҙна эсендә 56 мең һум аҡса йыйылды. Бигерәк тә ситтә йәшәгән ауылдаш­тарҙың ярҙамы тос булды. Ауыл активы менән кәңәшләшкәс, шул аҡсаға евроштакетниктар һәм башҡа төҙөлөш кәрәк-ярағы һатып алдыҡ. Ауылдың әүҙем ир-аты, өс тапҡыр өмә ойоштороп, бинаны кәртәләп, нигеҙен нығытып та ҡуйҙы, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Наурыҙ ауылы хакимиәте башлығы Гөлсинә Фәттәхова.
Бөгөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты пациенттарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер, тиһәң дә була. Ошо көндәрҙә медицина ҡорамалдары, йыһаздар ҡайтарыла башлаған.
Учалы районының башҡа ауылдарында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡоролоп бөткән, урындағы ҡаҙна иҫәбенә төҙөкләндереү, учреждениены йыһазландырыу, ҡорамалдар менән тәьмин итеү эштәре бара.
Тиҙҙән райондың ете ултырағы халҡы яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарында хеҙмәт­ләндерелә башлаясаҡ. Райондың 90 йыллыҡ юбилейы йылында был учалылар өсөн иң ҙур бүләк, сөнки һаулыҡтан да ҡәҙерлерәк нимә бар һуң?!
Читайте нас