Пенсия тәьминәте теләһә ниндәй дәүләттең граждандары өсөн социаль гарантия булып тора. Илебеҙ халҡының йәше, шулай уҡ сир, инвалидлыҡ һәм ҡануниәттә ҡаралған башҡа осраҡтар буйынса пенсияға хоҡуғы Рәсәй Конституцияһының 39-сы статьяһында нығытылған. Ә пенсия тәьминәте 2013 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закон буйынса башҡарыла. Социаль яҡлау буйынса дөйөм дәүләт системаһы булараҡ, пенсия тәьминәте үҫешкән һәм даими камиллаша барған ҡануниәткә таянып эш итергә тейеш. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ул нисек тормошҡа ашырыла?
Иҡтисадсылар аңлатыуынса, пенсия тәьминәтенең кимәле оло йәштәгеләрҙең, инвалидтарҙың ғүмер оҙайлығына, уларҙың йәмғиәт тормошондағы әүҙемлегенә тәьҫир итә. Бер үк ваҡытта дәүләттең пенсия даирәһендә ҡабул иткән ҡарарҙары өсөн социаль яуаплылығы күтәрелә, оло йәштәге граждандар тормошоноң бөтә яҡтары өсөн дә анализ талап итә. Пенсия тәьминәте буйынса ҡануниәт, дәүләттең социаль сәйәсәте эске сәйәсәттең ҙур өлөшө булып тора. Ошо социаль өлкәләге хәлдең торошо йәмғиәт үҫешенең кимәлен дә билдәләмәй ҡалмай.
Рәсәйҙең пенсия системаһы нимәләргә таяна? Барыһынан элек, алдынғы илдәрҙә ҡабул ителгәнсә, ул “быуындар килешеүе” тип аталған тәғлимәткә нигеҙләнә: әле эшләп йөрөгән граждандар бөгөнгө пенсионерҙарҙы аҫрай, бының өсөн предприятиеларҙың эш хаҡы фондынан йәки башҡа төрлө табыштан дәүләт пенсия фондына иғәнә күсереп бара. Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ финанс нигеҙенә эйә булған пенсия системаһын булдырыу бер нисә сәбәпкә нигеҙләнә. Беренсеһе – мотлаҡ пенсия страховкаһын тергеҙеү һәм уны ғәмәлдә тормошҡа ашырыу, икенсеһе – пенсионерҙарҙың реаль килемен күтәреү, өсөнсөһө – Рәсәйҙә йәшәгән һәм эшләгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән аҡсаның илебеҙҙән ситтә йәшәгән һәм эшләгән кешеләргә күсеүенә юл ҡуймау.
Шулай итеп, Рәсәйҙең пенсия ҡануниәтенең төп идеяһы илебеҙҙә мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһын эшләтеп ебәреүгә һәм ҡартлыҡ йәшенә етеү сәбәпле етештереү өлкәһенән сығырға мәжбүр булған граждандарҙың лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.
Рәсәйҙең пенсия системаһын ябайыраҡ итеп ошолай күрһәтергә мөмкин:
1. Ялланып (йәғни хеҙмәт килешеүе буйынса) эшләгән һәр граждан, уның һәм эш биреүсенең теләгенә ҡарамайынса, мотлаҡ социаль пенсия страховкаһына эйә булырға тейеш.
2. Тейешле страховка иғәнәләрен түләү шарттарын һәм күләмен дә, пенсия тәьминәте шарттарын һәм күләмен дә дәүләт билдәләй.
Рәсәй Конституцияһының ошо статьяһының асылын шулай анализлап була:
1) страховкаланғандар исемлегендәге пенсионер – йәмғиәт өсөн әрәмтамаҡ түгел, ә пенсияһын үҙ хеҙмәте менән булдырған кеше;
2) пенсия иғәнәләре кешегә ололарҙың тормошон лайыҡлы кимәлдә тоторлоҡ күләмдә түләнергә тейеш;
3) пенсия кимәле страховкалау стажы һәм иғәнә түләнгән эш хаҡы менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә тора;
4) страховка фондтары һис ниндәй хәлдә лә страховкаланған кешеләрҙе һәм уларҙың ғаиләһен пенсия менән тәьмин итеүҙән башҡа маҡсаттарҙа тотонорға тейеш түгел;
5) мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһын страховкаланғандар һәм страховкалаусылар, шулай уҡ парламент контролдә тота;
6) дәүләт үҙе билдәләгән мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһын контролдә тоторға бурыслы.
Беҙҙең илдә 38 миллиондан ашыу пенсионер бар, уларҙың күпселеге пенсияны “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закон буйынса ала. Рәсәйҙәге демографик үҙгәрештәр пенсия системаһына көсөргәнешлекте лә байтаҡ арттырҙы. Әммә һуңғы осорҙа хәл тотороҡлана, сөнки тыуым арта, үлем һаны кәмей. Һөҙөмтәлә дөйөм халыҡ һанында пенсия йәшендәгеләрҙең өлөшө аҙайҙы.
Донъя күләмендә туҡтауһыҙ барған иҡтисади көрсөктәр һәм пенсия системаһын камиллаштырыуҙағы тотҡарлыҡ пенсионерҙар һәм уларҙың ғаиләләренең тормош кимәлен түбәнәйтеүгә килтерҙе. Был иһә ошо системаны тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙы талап итте. Был ҡануни үҙгәрештәрҙең тәүгеһе “Рәсәй Федерацияһындағы пенсия системаһын реформалау концепцияһы” тип аталды, һәм ул 1995 йылдың 7 авгусында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ҡабул ителгәйне. Өс йыл уҙыуға, Хөкүмәт ошо йүнәлештә “Рәсәй Федерацияһында пенсия реформаһы программаһы”н раҫланы. Артабан ошо маҡсаттағы ҡануни эшмәкәрлек тулылана һәм заманға яраҡлаша, яҡын киләсәкте лә иҫәпкә ала барҙы.
Страховканың үҙ шарттары бар
Былтыр башланған үҙгәрештәргә тиклем үк әле пенсия тәьминәте системаһында страховкалау пенсияһына һәм индивидуаль коэффициенттарға (балл) ҡарата талаптарҙың йылдан-йыл арта барыуы күҙаллана ине. Пенсияға сығыу йәшенә еткән һәр кем ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы ала башлаһын өсөн, ошо талаптарҙың үтәлеүе мотлаҡ. Әгәр ҙә 2015 йылда биш йыл ғына хеҙмәт стажы туплау кәрәк булһа, артабан уны алты йыл тип үҙгәрттеләр һәм уның оҙайлығы йыл һайын арта: 2019 йылда был күрһәткес – 10 йыл, яҡын киләсәктә ул 15 йылға тиң буласаҡ.
Пенсия балдарына килгәндә иһә, 2015 йылда 6,6 балл ғына талап ителһә, былтыр ул 13,8 балға еткерелде. Һөҙөмтәлә рәсми хеҙмәт стажы аҙ булғандарға ғәҙәти пенсияны юллау ҡатмарлаша. Страховка пенсияһын ваҡытынан алда билдәләгәндә лә шундай уҡ талаптар ҡуйыла. Мәҫәлән, күп балалы әсәләргә. Былтыр Рәсәйҙең Пенсия фонды, әлеге талаптарҙың үтәлмәүе арҡаһында, 170,5 мең мөрәжәғәт итеүсегә пенсия билдәләүҙән баш тартҡан.
Рәсәйҙең 2019 – 2028 йылдарға иҫәпләнгән пенсия реформаһының төп асылы пенсияға сығыу йәшен оҙайтыуға ҡайтып ҡала, был үҙгәреш, билдәле булыуынса, ирҙәрҙең хаҡлы ялға сығыу мәлен 60 йәштән 65-кә, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын 55-тән 60-ҡа күсерҙе. Ул пенсия тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһының 2018 йылдың 27 сентябрендә ҡабул иткән ҡарарына нигеҙләнә. Ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да хаҡлы ялға биш йылға һуңыраҡ сығыуы һөҙөмтәһендә “артып ҡалған” аҡса Пенсия фондына күсерелә һәм киләсәктә пенсия күләмен йылына уртаса бер мең һумға арттыра барыу мөмкинлеген бирәсәк. Уның асылы, күреүебеҙсә, оло йәштәге халыҡтың килемен йәш рәсәйҙәр иҫәбенә бер аҙ күтәреүгә ҡайтып ҡала.
Хөкүмәттең был ҡарары һәм уға ил парламентының закон көсө биреүе һуңғы бер нисә тиҫтә йылдағы иң ҙур үҙгәрештәрҙең береһе булып тора, ти белгестәр. Был ҡарарҙың сәбәптәре һәр кемгә асыҡ: илдә тыуым кәмене һәм ғүмер оҙайлығы арта бара. Әлеге мәлдә пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу донъя күләмендәге процесс булып тора һәм күпселек дәүләттәрҙә уны тормошҡа ашырҙылар ҙа инде.
Эксперттар раҫлауынса, пенсия реформаһы йәмғиәт тормошоноң башҡа яҡтарына ла йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ, шул иҫәптән – хеҙмәт баҙарында, төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, ғаиләләрҙең беҙгә хас булған ҡоролошонда. Әлегә был реформа халыҡта ыңғай тәьҫир тыуҙыра тип булмай, әлбиттә, ләкин был реформаның идеологтары уның илебеҙҙең оҙайлы үҫеше өсөн мотлаҡ кәрәк булыуына шикләнмәй.
Үҙгәрештәр Рәсәй халҡының күпселегенә ҡағылышлы булһа ла, айырым һөнәр вәкилдәренә (медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар һәм башҡалар), Алыҫ Төньяҡ кешеләренә, өс һәм унан да күберәк балаһы булған әсәләргә, 42 йылдан ашыу стажлы ирҙәргә һәм 37 йылдан артыҡ эшләгән ҡатын-ҡыҙға ташламалар ҙа ҡарала. Реформа тамамланғас та, пенсияға сығыу йәшен артабан арттырыу кәмендә 2036 йылға саҡлы булмаясаҡ тип раҫлайҙар. Ауыр һәм зарарлы эштә мәшғүлдәр өсөн был реформала үҙгәрештәр ҡаралмай.
Реформа шулай уҡ көс структуралары һәм хәрби хеҙмәткәрҙәренең пенсия тәьминәтенә лә ҡағылышлы түгел – уларҙың пенсия хоҡуҡтары башҡа ҡануни акттар менән көйләнә. Дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтендә булғандар өсөн иһә реформа алдараҡ башланды.
Беренсе сорт, икенсе сорт...
Хаҡлы ялда булып та эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла башҡалар менән бер үк ваҡытта һәм бер күләмдә индексация яһау 2016 йылда туҡтатылғайны. Шунан бирле был өлкәлә бәхәстәр тынмай. Күпселек оло йәштәгеләр пенсияны үҙҙәренең барлыҡ хеҙмәт стажы менән эшләп табыуы, уның әлеге хеҙмәт хаҡына ҡыҫылышы булмауы тураһында раҫларға тырыша. Әммә рәсми структураларҙа фекер икенсе төрлө – эшләгән пенсионерҙарға ла индексация яһағанда бының ҡаҙнаға ҙур йөк булыуы, эштән киткән хәлдә уларға барыбер пенсия арттырыласағы хаҡында һөйләй.
Күптән түгел Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында: “Пенсионерҙарҙы беренсе һәм икенсе сорттарға айырырға ярамай, эшләп йөрөгәндәренә лә индексация булырға тейеш”, – тип сығыш яһағайны. “Был граждандар Пенсия фондына ҙур өлөш индерә, шуға күрә беҙҙең Федерация әлеге ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өсөн көрәшеүен дауам итәсәк”, – тине ул. Сентябрҙә Хеҙмәт министрлығы Рәсәй Пенсия фондының 2021 йылға һәм 2022-2023 йылдарҙың планлы осорона бюджет проекты менән сығыш яһаны. Унда эшләмәгән пенсионерҙарға страховка пенсияһы күләмен киләһе йылда – 6,3, ә социаль пенсияны 2,6 процентҡа индексациялау тураһында һүҙ бара. Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға был арттырыу ҡаралмай.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә туғыҙ миллион пенсионер эшләп йөрөй. Ә күпмеһе рәсми теркәлмәй эшләй – уныһы, тәбиғи, билдәле түгел. Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесенең социаль сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Валерий Рязанскийҙың “Российская газета”ға биргән интервьюһынан күренеүенсә, эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла индексация яһау – закон проекты яғынан тормошҡа ашырлыҡ маҡсат, тик уны ғәмәлдә бойомға ашырыу етди мәсьәлә булып тора – бының өсөн йылына 150-180 миллиард һум аҡса кәрәк.
Яңыраҡ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау буйынса килгән закон проекттарын кире ҡағырға тәҡдим итте. Рәсәй Хөкүмәте лә шул уҡ фекерҙә. Парламентта сығыш яһап, финанс министры Антон Силуанов шулай тип белдерҙе: “Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға индексация кәрәкмәй, сөнки уларҙың хеҙмәт хаҡына былай ҙа даими рәүештә индексация яһала”. Министр әйтеүенсә, мәсьәлә хәл ителгән инде.
Социаль пенсия. Ул кемгә тәғәйенләнә?
Социаль пенсияға түбәндәге кешеләр хоҡуҡлы:
1. I, II һәм III төркөм инвалидтары. Бала саҡтан инвалид булған граждандар. Инвалид балалар.
2. Ата-әсәләренең береһен йәки икеһен дә юғалтҡан 18 йәшкә тиклемге балалар. Әгәр ҙә улар белем биреү учреждениеһында көндөҙгө бүлектә уҡыһа – 23 йәшкә саҡлы. Вафат булған яңғыҙ әсәнең балалары.
3. Алыҫ Төньяҡтың аҙ һанлы халыҡтары вәкиле булған һәм ошо киңлектәрҙә даими йәшәгән 55 йәшкә еткән ирҙәр, 50 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар.
4. Рәсәйҙә кәмендә 15 йыл йәшәгән һәм ирҙәре 70 йәшкә еткән, ә ҡатын-ҡыҙҙары 65 йәштән ашҡан сит ил вәкилдәре, гражданлыҡ хоҡуғы булмаған кешеләр.
5. Ата-әсәһенең икеһе лә билдәһеҙ булған балалар – 18 йәшкә саҡлы, ә белем биреү учреждениеһының көндөҙгө бүлегендә уҡыһалар – 23 йәшкә тиклем.
Был категорияларға инмәгән, әммә пенсия алыу өсөн страховка стажы етмәгән (рәсми теркәлмәй, йәғни хеҙмәт кенәгәһен ҡулланмай эшләгәндәрҙең дә страховка стажы юҡ йәки бик аҙ) граждандар 2018 йылға саҡлы социаль пенсияны ирҙәр – 65, ә ҡатын-ҡыҙҙар 60 йәштән генә ала башлай ине. Реформа сиктәрендә социаль пенсияға сығыу йәше ирҙәр өсөн – 70, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 65 йәшкә саҡлы күтәрелде.
Рәсәйҙә, дәүләт пенсия системаһынан тыш, дәүләткә ҡарамаған пенсия тәьминәте лә бар. Һуңғыһы дәүләт системаһына өҫтәмә иҫәпләнә һәм ҡайһы бер ойошмаларҙың, хужалыҡ тармаҡтарының айырым пенсия өлкәһе булып та, граждандарҙың шәхси пенсия тупланмалары рәүешендә лә эшләргә мөмкин. Шәхси тупланмалар страховка компанияларында йәки дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарында ҡартайғас өҫтәмә килем алып йәшәү маҡсатында башҡарыла.
Дәүләттеке булғас, дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары ни өсөн кәрәк? Был һорау йыш ҡабатлана. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында пенсия тәьминәте ауыр хәлдә ҡалғайны: тейешле норматив-хоҡуҡи документтар юҡ, инфляция йылдам үҫә, предприятиеларҙың финанс хәле мөшкөл, фонд баҙары тотороҡһоҙ, сәйәси хәл дә ҡатмарлы һәм киләсәк билдәһеҙ ине.
Рәсәйҙәге Дәүләткә ҡарамаған тәүге пенсия фонды 1991 йылдың ноябрендә ойошторолғайны, ете йылдан һуң уларҙың һаны өс йөҙгә яҡынлашты. Бындай фондтар, беренсенән, йәмғиәттең хеҙмәткә һәләтһеҙ ағзаларының матди хәлен яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә һәләтле мөһим социаль институт булараҡ ҡарала. Ябайыраҡ әйткәндә, улар оло йәштәгеләргә дәүләт тәьмин итәсәк минимумға өҫтәмә алып тороу мөмкинлеге бирә ала. Икенсенән, дәүләткә ҡарамаған фондтар халыҡтың киң ҡатламының оҙайлы инвестиция рәүешендә һалынған аҡсаны туплаусы аралашсы институт ролен дә үтәй.
Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарының эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн финанслау өсөн сараларҙы инвестициялау тураһында”ғы Федераль закон менән көйләнә. Бөгөн пенсия тупланмалары менән фәҡәт ошондай фондтар шөғөлләнә. Әлеге көндә Рәсәйҙә дәүләткә ҡарамаған 260 пенсия фонды эшләй. Дәүләттең бындай фондтарҙы көйләүе шуға ҡайтып ҡала: уларға лицензия биреү, бухгалтерия системаһының ябайлаштырылған системаһы, йыл һайын мотлаҡ аудитор тикшереүе, фондтарҙың Рәсәй Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы дәүләткә ҡарамаған фондтар инспекцияһы алдында отчет биреүе.
Иҡтисадтың иң рентабелле эшләгән тармаҡтарындағы предприятиелар коллективтарының 30-40 проценты дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары ағзалары булып тора. Пенсия резервының төп өлөшө (97 проценты) һәр береһе 30-ар миллион һумдан ашыу булған фондтарҙа тупланған. Былтыр дәүләткә ҡарамаған фондтар үҙ ағзаларына түләп барған аҡса пенсияның база өлөшөнөң 73 процентынан алып 170 процентына тиклем тәшкил иткән.
Әйткәндәй, Рәсәй Пенсия фондына йәки дәүләткә ҡарамаған фондтарҙа тупланмалар булдырған кешеләргә пенсия реформаһы тулы кимәлендә ҡағылмай: пенсияның ошо тупланманан килгән өлөшө ирҙәргә – 60, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 55 йәштән (йәғни – элеккесә) түләнә башларға мөмкин. Был сумма артыҡ ҙур түгел, әлбиттә. Шуныһы ла бар – дәүләткә ҡарамаған фондтарға иғәнә күсерә барыусы киләсәк пенсияһын хәүеф аҫтына ҡуйыу ихтималлығын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш: бындай фондтарҙың бөлгөнлөккә осрау ҡурҡынысы ла бар бит әле.
Шулай итеп, Рәсәйҙең пенсия системаһын ҡануни яҡтан көйләү аҡрынлап алдынғы илдәрҙәге нормаларға яҡынлаша. Шул уҡ ваҡытта пенсия реформаһы тотороҡло баҙар институттарын (фонд баҙары, милеккә хоҡуҡ һәм башҡалар) булдырыу менән бергә барһа ғына, йоғонтоло тормошҡа ашырыласаҡ, сөнки иҡтисадтағы тотороҡһоҙлоҡ киләсәктә табыш алыуға йүнәлтелгән финанс сығымдарын да хәүеф аҫтына ҡуя, тимәк, пенсия тупланмалары булдырыуға ынтылышта ла шик тыуҙыра.
Билдәле булыуынса, 2015 йылда пенсионерҙарға уларҙың статусын раҫлаған кенәгә биреүҙе туҡтатҡайнылар, сөнки хәҙер пенсионер тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт электрон базала бар, әммә ҡайһы ваҡыт был базаға инеү хоҡуғы булмаған ойошмалар өсөн белешмә талап ителә, ә бының өсөн Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә ҡабул ителеүгә яҙылырға, сиратта ултырырға кәрәк, шуға күрә күптәр элекке кенәгәне ҡабат бирә башлауҙы талап итә. Уларҙың теләге тормошҡа аша: киләһе йыл башынан теләгән һәр пенсионер ошо кенәгәне аласаҡ.
Тик, рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бындай кенәгәне түләп кенә алырға мөмкин – уның хаҡы 200 – 400 һум самаһы тәшкил итәсәк.
Донъяның төрлө илдәрендә пенсияға сығыу ваҡыты 62 йәштән алып 70 йәшкә тиклемге арауыҡта тирбәлә. Был йәһәттән иң оҙаҡ хеҙмәт йәшендә иҫәпләнгәндәр араһында япондарҙы күрһәтергә мөмкин. Пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу хәҙер һәр илдә тиерлек күҙәтелә, сөнки ғүмер оҙайлығы ла артты. Күрше дәүләттәрҙән 60 йәшлек сик әлегә Украинала ғына һаҡлана. Әммә унда ла быйыл дәүләт пенсияһы алыу өсөн минималь хеҙмәт стажын элекке 25 йылдан 35 йылға саҡлы арттырҙылар.
Хәҙерге мәлдә Европала пенсия тәьминәтенең бүлгеләүсе (теләктәш) тип аталған системаһы юғалды тип әйтерлек – ул халыҡтың бөгөн эшләп йөрөгән өлөшөнөң ҡарттарҙы аҫрауынан ғибәрәт ине. Оло йәштәгеләр арта бара, был система үҙенән-үҙе тиерлек юҡҡа сыҡты. Был ҡитғала Греция хеҙмәткә яраҡлы халҡы пенсионерҙарҙы аҫраған ил булып һуңғы мәлгәсә ҡала килде, был дәүләттәге тәрән иҡтисади көрсөктө белгестәр шул хәлгә бәйләй.
Европа Союзының төрлө илдәрендә пенсия системаһында килеп тыуған хәлде төрлөсә хәл итәләр. Германияла, мәҫәлән, өс кимәлдәге система эшләй. Уның асылы шунда – дәүләт, эшкә яллаусы (предприятие йәки компания) һәм кеше үҙе финанслауҙа уртаҡ ҡатнаша. Фондҡа күсерелеп барған иғәнә, уртаса алғанда, эш хаҡының биштән бер өлөшөн тәшкил итә. Граждан ошондай иғәнәне күберәк күсергән һайын, уның киләсәктәге пенсияһы ла шунсаға юғарыраҡ буласаҡ. Бында хеҙмәт стажы ла мөһим роль уйнай: “минималка”ға эйә булыр өсөн кәмендә биш йыл рәсми теркәлеп эшләү кәрәк. Әлеге мәлдә был дәүләттә иң түбән пенсия 300 евроға етә, йәғни евроның һумға ҡарата бөгөнгө курсы буйынса – 27 мең һум. Ирҙәр Германияла уртаса 900 евро (81 мең һум), ҡатын-ҡыҙҙар 500 евро (45 мең һум) пенсия ала. Был илдә ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа 67 йәштә пенсияға сыға.
Бөйөк Британияла ла ҡартлыҡҡа пенсия туплау ошо рәүешле. Бындағы пенсия системаһы донъяла иң боронғоларҙан иҫәпләнә. Дәүләт пенсияһы ике өлөштән тора – төп һәм өҫтәмә. Уларҙың тәүгеһе социаль страховка фондына күсерелеп барған түләүҙәр оҙайлылығына бәйле булһа, икенсеһе эш хаҡына һәм төрлө ташламаларға ҡарап билдәләнә. Тулы пенсияға эйә булыр өсөн ирҙәргә кәмендә – 44, ҡатын-ҡыҙға 39 йыл эшләргә кәрәк. Был дәүләттә тулы пенсия айына 800 доллар тирәһе (бөгөнгө курс буйынса – 62 мең һумдан ашыу) тәшкил итә. Бынан тыш, Бөйөк Британияла компанияларҙы үҙ пенсия гарантияларын булдырыу менән ҡыҙыҡһындырырға ла тырышалар. Әлеге мәлдә пенсияға сығыу йәшен 65-тән 68 йәшкәсә күтәрергә йыйыналар.
Проблемалар ҙа юҡ түгел...
Рәсәй Үҙәк банкының рәсми мәғлүмәттәренә ҡарағанда, оло йәштәгеләрҙең Пенсия фондына ышанысы кәмей: 2014 йылда уның күрһәткесе 31 процент булһа, былтыр ошо һан 20 процент ҡына тәшкил итте. Ни өсөн? Был хәл системаның тотороҡһоҙлоғона бәйле: 1990 йылдан алып дәүләт пенсия страховкаһы өлкәһендәге “уйын ҡағиҙәләре”н туғыҙ тапҡыр үҙгәртте. Социологтар аңлатыуынса, күп оло кешеләр хәҙер пенсия системаһының асылына төшөнөргә тырышыуҙан туҡтаған.
Пенсияға индексация ҡулланыу хаҡтарына ҡарап билдәләнә. Ә был илдәге инфляция буйынса уртаса күрһәткестән сығып алына. Пенсионерҙар өсөн ошо уртаса күрһәткестең йәмғиәттең башҡа ҡатламдары менән сағыштырғанда юғарыраҡ булырға тейешлеге бәхәсһеҙ – уларҙың дарыу һатып алыу, коммуналь хеҙмәттәргә түләү һәм башҡа мохтажлыҡ буйынса сығымы ҙурыраҡ. Пенсияны арттырыу өсөн, тәбиғи, ҡаҙнаның ҙурыраҡ булыуы шарт, ә бындай мөмкинлеккә донъя иҡтисадының туҡтауһыҙ көрсөктәре форсат бирмәй.
Шул уҡ сәбәп буйынса эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла индексация яһалмай. Биш йыл элек дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарының эшмәкәрлегенә лә талаптар көсәйтелде, был ҡарар эшҡыуарҙар пенсия тупланмаларын маҡсаттан тыш йүнәлештә файҙалана алмаһын өсөн ҡабул ителде.
Страховка пенсияһы буйынса йыйылып килгән иғәнәләр бөгөн һаҡлау тупланмаларына түгел, ә пенсионерҙарға ағымдағы түләүҙәргә тотонола. Был түләүҙәр Федераль ҡаҙнаға ҙур йөк булып ятмаһын өсөн Рәсәй Хөкүмәте ошо тупланмаларҙы ла бөгөнгө түләүҙәргә йүнәлтергә булған. Тимәк, предприятиелар һәм ойошмаларҙың эш хаҡы фондтарынан мотлаҡ күсерелеп барған һәм инвестиция рәүешендә файҙаланырға, артабан киләсәк пенсия күләмен арттырырға тейешле алты процент түләүҙәр хәҙер Рәсәй Пенсия фондына тапшырыла һәм дәүләттең социаль йөкләмәләрен үтәүгә китә. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, тупланма пенсия әлегә страховка пенсияһы ролен үтәй – шулай уҡ балдарҙа иҫәпләнә һәм шәхси иҫәптең страховка номерында (СНИЛС) сағыла.
Тағы ла бер проблема – хеҙмәт йәшендәгеләргә пенсия йөгөнөң ҙур булыуы. Билдәле булыуынса, 90-сы йылдарҙа илебеҙҙә тыуым ныҡ кәмегәйне, шуға ла пенсионерҙар һаны әлегә саҡлы арта килде (СССР заманында тыуғандар пенсияға сыға) һәм һуңғы йылдарҙа ғына, алдараҡ әйтелгәнсә, был йәһәттән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы.
Хеҙмәт министрлығы күптән түгел пенсияны арттырыуҙың 2024 йылға саҡлы күҙалланған күләме тураһында хәбәр итте. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, киләһе йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы 6,3 процентҡа арттырыласаҡ һәм был түләү уртаса 17 432 һумға етәсәк. Быйылғы йыл башына ошо күрһәткес 15 мең һумдан ашмай ине.
2022 йылда пенсия – 5,9, ә 2023 йылда 5,6 процентҡа күтәреләсәк. Шулай итеп, йыллыҡ артым сама менән бер мең һум тирәһе тәшкил итәсәк, ләкин был сумма пенсионер 15 мең һумдан да кәм алмаған осраҡта ғына дөрөҫлөккә тап килә. Әгәр ҙә уның пенсияһы аҙыраҡ, әйтәйек, 10 мең һум ғына икән, өҫтәмә аҡса ла 600 һум самаһы ғына була. Индексацияның планлаштырылған үлсәме әлегә инфляция күрһәткестәрен ашай. Рәсәй Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов белдереүенсә, инфляция арта ҡалғанда, пенсияны тағы ла юғарыраҡҡа арттырыу ҡаралған. Был социаль пенсияларға ла ҡағыла, ләкин ул, страховка пенсияһы кеүек, йыл башында түгел, ә 1 апрелдән генә арттырыласаҡ.