Социаль мәсьәлә
13 Октябрь 2020, 08:44

Яңыртылған үҙәк йәнә балаларҙы ҡабул итә

“Ысыҡҡай” – ата-әсәләрҙең терәге.

2000 йылдар башында республика буйынса инвалид һәм сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәктәре асыла башлай, Учалыла ла 2003 йылда ҡуртымға алынған бинала медицина һәм педагогика-психология йүнәлешендә ике төркөм ойошторола. Эште башлап ебәреү еңел бирелмәй, матди база наҡыҫ, учреждение хеҙмәткәрҙәренең тәжрибәләре лә булмай.


Иң тәүҙә инвалид бала тәрбиә­ләп, яҙмыш һынауҙарына ҡаршы күпселек осраҡта яңғыҙ көрәшкән ата-әсәләр ышанып та етмәй үҙәк­тең улар өсөн киләсәктә мөһим ярҙамсы буласағына. Тырыш, үҙ эшенә йәне-тәне менән бирелгән, мәрхәмәтле, белемле, ярҙамсыл хеҙмәткәрҙәр тупланған коллектив тиҙ арала “үҙенсәлекле” бала­ларҙың үҙ ғаиләһенә, өмөттәрен юғалта башлаған ата-әсәләрҙең терәгенә әйләнә. Учреждениеға “Ысыҡҡай” тип исем ҡушалар. Бында һаулығын нығытырға теләүсе­ләрҙең һаны йылдан-йыл арта һәм учреждениеның үҙ бинаһы булмауы уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра башлай.
2009 йылда район хакимиәте, проблеманы аңлап, реабилитация үҙәге өсөн яңы бина төҙөтөүҙе хәстәрләй. Унда сәләмәтлектәре ҡаҡшаған, нервы системаһы, терәк-хәрәкәт аппараты, ишетеү-күреү ағзалары ауырыуҙары, тыумыштан килгән сирҙәр менән яфаланған 18 йәшкә тиклемге балаларға ярҙам күрһәтелә. Йыл һайын Учалынан ете йөҙгә яҡын бала комплекслы дауалана, үҙәк хеҙмәткәрҙәре, уртаса алғанда, көнөнә ҡырҡ пациентты хеҙмәтләндерә.
Пандемия осоронда учреждение балаларҙы ваҡытлыса ҡабул итмәһә лә, хеҙмәткәрҙәр пациенттар менән дистанцияла шөғөлләнә, ата-әсәләргә кәңәштәр бирә.
Ике ҡатлы бина бөтә талаптарға ла яуап бирә: ауыр сирле бала­ларға икенсе ҡатҡа күтәрелеү өсөн махсус ҡоролма ла бар, коридорға, бәҙрәфтәргә уңайлы таянғыстар ҡуйылған, стеналарҙағы стендтарға кәрәкле мәғлүмәттәр эре шрифт менән яҙылған. Ә кабинет ишек­тәрендәге табличкаларҙа Брайл шрифты ҡулланылған. Һәр ерҙә таҙалыҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ күҙә­телә. Беренсе ҡатта урынлашҡан әсә һәм бала бүлмәһендә ата-әсәләргә ял итеп алыу, балаһын ашатыу, кескәйҙәргә процедура­ларҙан арынып уйнап алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Үҙәктә психолог, дефектолог, логопед, хеҙмәт буйынса инструктор, педиатр, физиотерапевт, массаж, дауалау физкультураһы кабинеттары, тренажер, тантаналар залы, галокамера һәм балаларҙы социаль-көнкүрешкә яраҡлаштырыу өсөн башҡа бүлмәләр бар.
2011 йылда стационар бүлек эшләй башлай. Балалар 21 көн дауамында тулы күләмдә реабилитация үтә, улар өсөн алты тапҡыр туҡланыу ойошторолған, йоҡо бүл­мәләре лә заманса йыһазлан­дырылған, йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
2017 йылда “Ысыҡҡай”ҙар ҡыуаныслы ваҡиға кисерә – үҙәктә яңы сенсор бүлмәһе асыла. Ул “Ашан быуыны” тип аталған Бөтә Рәсәй мәрхәмәтлек проекттары конкурсында еңгән 700 мең һумлыҡ грант арҡаһында булдырыла.
Ә былтыр өс йәшкә тиклемге кескәйҙәргә ата-әсәләре менән берлектә реабилитация үтеү өсөн заман талаптарына яуап биргән махсус бүлмә лә хәстәрләнә.
– Бина торошо эстән сағыштыр­маса яҡшы булһа ла, бигерәк тә тышҡы яғына ремонт талап ителә ине. Тиҫтә йыл эсендә бинаның фасады ныҡ иҫкерҙе, штукатурка ҡубып, ярыла башланы. Ямғырлы көндәрҙә ҡыйыҡтан һыу тамсылай ине. Ҡышҡы бурандарҙа ағас тәҙрәләрҙән һыуыҡ үтеүе һиҙелде, бинаның нигеҙен дә нығытыу мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнгәйне.
Быйыл ҙур шатлыҡ кисерҙек. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм ха­лыҡты социаль яҡлау министр­лығы капиталь ремонт өсөн 4 миллион һум аҡса бүлде, – тип шатлығы менән уртаҡлашты үҙәк мөдире Гүзәл Вәзетдинова.
Һуңғы ваҡытта учреждениены медицина ҡорамалдары, йыһаз, махсус методик ҡорамалдар, спорт тренажерҙары менән тәьмин итеүгә лә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҙур иғтибар бүлә. Учалы реабилитация үҙәгенә былтыр логопед һәм физкабинет өсөн кәрәкле аппараттар ҡайтартылған.
Ике ай ярым эсендә реабилитация үҙәге танымаҫлыҡ булып үҙгәрә: бинаның ҡыйығы яңыртыла, тышҡы яғы, нигеҙе заманса материалдар менән көпләнә, 45 тәҙрә евро өлгөләренә алмаштырыла.
– Подрядсы бурыстарын үҙ иңдә­ренә алған, районда яҡшы яҡ­тан ғына танылған урындағы “Мас­тер” йәмғиәте эштәрҙе ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарҙы. Тө­ҙөү­селәргә һәм беҙҙе һәр саҡ хәс­тәрләгән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡ­ты социаль яҡлау министрлығына, шулай уҡ урындағы хакимиәткә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти Гүзәл Йәҙгәр ҡыҙы.
Әйткәндәй, “Ысыҡҡай” реабилитация үҙәгенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусылар бихисап. Ошо көндәрҙә реабилитация үҙәге кескәйҙәрҙең, ата-әсәләрҙең шат ауаздарына күмелде. Капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән бина, пандемия арҡаһында килеп сыҡҡан тәнәфестән һуң, яҙмыш һынауҙарына дусар булғандарға йәнә ишектәрен асты.
Читайте нас