Архангел районының Сухополь ауылында көн күргән Гөлзифа менән Айрат Вәлиевтәрҙең күп балалы ғаиләһенә көтмәгәндә афәт килә – ошо йылдың 13 авгусында уларҙың йорттары яна.
Өйҙәренән күҙ асып йомған арала бер ни ҡалмай, хужалар хатта документтарын да сығарырға өлгөрмәй.
Айрат, Гөлзифа һәм уларҙың алты балаһы ваҡытлыса ата-әсәләренә йәшәргә күсә.
Бәхеткә, изге кешеләр табыла – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль отряд ағзалары эшҡыуарҙар менән һөйләшеп, яңы йорт һалыу өсөн ағас таба.
Вәлиевтәр өйҙәрен район үҙәгендә, үҙҙәренә бер нисә йыл элек күп балалы ғаилә булараҡ бирелгән ер участкаһында төҙөргә ҡарар итә.
Шайморатовсы-ирекмәндәргә Сухополь ауылы халҡы ла әүҙем ҡушыла, бәләгә битараф булмағандар башҡа райондарҙан да табыла. Бер нисә тапҡыр ҙур өмә ойошторола. Әле йорттоң нигеҙе һалынған, бурсанан бура төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Хәҙер инде ашығырға ла кәрәкмәй – кисә Вәлиевтәр ғаиләһенә өс бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙылар! Был “Изге эштәр” социаль ярҙам фонды булышлығында бойомға ашырылған. Фатирҙа тәүге осраҡҡа кәрәк бөтә нәмә лә бар.
Вәлиевтәр ғаиләһенә, йорт йыһаздарынан тыш, һауыт-һаба кеүек башҡа кәрәк-яраҡ та бүләк иттеләр. Бында инде Архангел районындағы предприятиелар директорҙары, эшҡыуарҙар ярҙамға килде.
Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк, Гөлзифа менән Айрат Вәлиевтәр алты балаһы менән йортһоҙ тороп ҡалғас, был хәлгә битараф булмаған күп кеше социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә.
Республика етәксеһе мәсьәләне шәхси контролгә ала, Архангел районы хакимиәте тарафынан аҡса йыйыуҙы ойоштороу, “Изге эштәр” социаль ярҙам фонды тарафынан күп балалы ғаиләгә өс бүлмәле фатир тапшырылыуы – былар барыһы ла Радий Фәрит улы күрһәтмәләре буйынса башҡарыла.
Архангел районы хакимиәте башлығы Илшат Әминев Вәлиевтәр ғаиләһенең оло ҡыуанысын уртаҡлашып, уларға ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, фатирҙы әҙерләүгә өлөш индергән “Свежий ветер", “Водник”, “Теплосеть” ойошмаларын билдәләп үтте.