Социаль мәсьәлә
16 Октябрь 2020, 09:33

Йорттоң йәме – балаларҙа

Ғаилә дәүләттең киләсәген тәьмин итә.

Ғаилә һәр кемдең именлегенә һәм йәмғиәттең үҫешенә бәйле төп социаль институт булып тора. Бары социаль яҡтан ныҡлы, лайыҡлы тормош кимәленә һәм сифатына эйә булғандар, балаларын һау-сәләмәт үҫтерә һәм тәрбиәләй алғандар ғына дәүләттең киләсәген тәьмин итә. Күпселек алдынғы дәүләттәр ғаилә тураһында хәстәрлек күреүҙе өҫтөнлөклө бурыс итеп иҫәпләй.


Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта балалы ғаиләләрҙең тормошон яҡшыртыу, әсәләргә ярҙам күрһәтеү, торлаҡ, балалар учреждениелары менән тәьмин итеү өсөн мөһим саралар ҡабул ителде. Башҡортостан ғаилә проблемаларына ҙур иғтибар бирә, федераль характерҙағы саралар менән генә сикләнмәй, өҫтәмә ярҙам саралары күреү өҫтөндә эшләй.
Республиканың 2025 йылға тиклемге осорға билдәләнгән ғаилә сәйәсәте концепцияһы һәр кем өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, бәлиғ булмаған балалы ата-әсәләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был тәңгәлдә дәүләт идараһын камиллаштырыу маҡсатында Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы структура­һында демография һәм ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрен ведомство-ара ойоштороу буйынса айырым идаралыҡ булдырылды. 2017 – 2020 йылдарҙа республикала тыуымды арттырыу буйынса өҫтәмә сараларҙа аҙ килем­леләрҙең, ишле һәм студенттар ғаиләләренең тормошон яҡшыр­тыуға йүнәлтелгән саралар ҡаралды. Башҡортостандың әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау өлкәһендәге тәжрибәһе, атап әйткәндә, “Бала табыу сертификаты”, перинаталь үҙәктәр төҙөү, социаль етемлекте иҫкәр­теү, “социаль няня” дәүләт хеҙ­мәттәрен ойоштороу тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратыла.
Хәҙерге ваҡытта республикала ғаилә хеҙмәттәре учреждениелары һәм социаль приюттары системаһын ойошто­роуҙы туғыҙ район-ара “Ғаилә” үҙәге үҙ өҫтөнә алған. Улар республика биләмәһендә йәшәгән халыҡҡа ашығыс социаль хеҙ­мәттәр күрһәтә, психологик консультациянан алып көрсөктәге ғаиләгә (проблемалар төрлө – эшһеҙ ҡалыу, сиргә юлығыу, яҡын кешеңдең вафаты һәм башҡалар) ярҙам ҡулы һуҙыуға тиклем.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға тап ошо “Ғаилә” үҙәктәре ашығыс психологик, юридик һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтә. Кәрәк саҡта мәсьәлә­ләрҙе хәл итеүгә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары йәлеп ителә.
Үкенескә ҡаршы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарҙың әһәмиәте һис кәмемәй. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, хәүефле тормошта йәшәгән, аҙашҡан йә иһә ташланған, социаль ярҙамға һәм реабилитацияға мохтажлыҡ кисергән балалар һаны артыуы – ысынбарлыҡ. Ошо яуаплы эште тап “Ғаилә” үҙәктәре үҙ өҫтөнә алған.
Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Пандемия, социаль тигеҙһеҙ­лектең көсәйеүе, эшһеҙлек һәм башҡа эреле-ваҡлы проблемалар артҡан мәлдә ярлылыҡты нисек кәметергә? Ошо йәһәттән республика “Социаль контракт” проектын тормошҡа ашырған пилот төбәктәре иҫәбенә инде. Финанс ярҙамы алыуға өс меңдән ашыу аҙ килемле ғаиләнең ҡул ҡуйғаны билдәле. Социаль контракттың маҡсаты – ғаиләне ҡатмарлы финанс хәленән сығарыу. Өс айҙан бер йылға тиклемге ваҡыт арауы­ғында мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеләсәк. Аҡсаны белем алыуға, үҙ эшеңде асыуға йәки эш эҙләү осоронда тотонорға мөмкин.
Быйылдан башлап республикала 2017 йылдың 31 декаб­ренән һуң тыуған өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙарына өс йәшкә тиклем айлыҡ аҡсалата түләү алыусылар һаны һиҙелер­лек артты. Ни өсөн тигәндә, социаль ярҙамды биреү шарттары үҙгәрҙе, быйыл уны 25 меңдән ашыу баланың алыуы күҙал­лана. Әлеге ваҡытта айлыҡ түләү 8993 һум тәшкил итә. Республика Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге быйыл өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙарға түләүгә 140 меңдән ашыу ғариза алды. Дәүләт етәксеһе баш­ланғысы менән индерелгән был өҫтәмә сара бик ваҡытлы, мөһим аҙым булды. Ул килемдәре йән башына тура килгән йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә тәғәйенләнде.
Ата-әсәнең мәшәҡәттәрен бер аҙ кәметеү маҡсатында республикала тағы мөһим ғаилә проекты ғәмәлгә инде – бала табыу йортонда уҡ тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ тантаналы шарттарҙа ата-әсәгә тапшырыла башланы. Әлегә ул Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауахана­һында һәм ҡаланың 3-сө бала табыу йортонда ҡыйыу аҙым яһай, яңы идея башҡа медицина учреждениеларында ла тараты­ласаҡ.
Бәхетле ғаилә ҡороп, балаларына яҡшы тәрбиә биреп аяҡҡа баҫтырған ғаилә парҙарын “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән бүләкләү – ата-әсәлек бурысын ололоҡлауға һәм хөрмәт итеүгә матур миҫал. Быйыл август айында Өфөлә үткән “Ғаилә һәм балалыҡ донъяһы” махсус күргәҙмә-форумы республикала ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелде.
Семинарҙар, презентациялар, түңәрәк өҫтәлдәр­ҙе үҙ эсенә алған эшлекле программанан тыш, Йәмәғәт пала­таһы тарафынан булдырылған “Атай фиҙакәрлеге” наградаһы маҡтауға лайыҡлы 27 атайға тапшырылды. Республикабыҙҙа бына 32 йыл инде күп бала үҫтергән әсәләрҙең төп хеҙмәтен юғары баһалап, “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла, илебеҙҙә әсәлек капиталын алыу мөм­кинлектәре киңәйтелде.
Демографтарҙың һәм социаль өлкә белгестәренең ғәҙел билдәләүенсә, беҙ “затлы бала” дәүеренә аяҡ баҫабыҙ. Яҡты донъяға килгән сабыйҙың бала сағы бәхетле, тыныс булһын өсөн ғаиләнең матди именлеге, рухи яҡтан сәләмәтлеге төп шарт. Тик ғаиләне яҡлау пособиелар түләү, льготалар биреү, саралар үткәреү менән генә сикләнеүҙе аңлатмай.
Проблемалар беҙ уйлағандан күпкә тәрәнерәк һәм киңерәк. Йәм­ғиәттең сәләмәтлеге, әхлаҡи таҙалығынан тыш, ғаиләне яҡ­лау кешене солғаған мөхитте яҡшыртыуға, уның һаулығын, белемен арттырыуға, торлаҡлы итеүгә, лайыҡлы эш хаҡы тү­ләүгә, һуңғы осорҙа бер аҙ уңа, төҫһөҙләнә төшкән ғаилә абруйын күтәреүгә йүнәлтелергә тейеш.
Читайте нас