Илдә Президент гранттарына заявка ебәргән төбәктәр араһында лидерҙар асыҡланды. 15 октябрҙә 2021 йыл өсөн граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Президенты гранттарына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.
Бөгөн асыҡланыуынса, Башҡортостан заявкалар һаны буйынса илдә, Мәскәүҙе һанамағанда, дүртенсе урында, ә Волга буйы федераль округында - беренсе. Беҙҙән барлығы 400 ғариза ебәрелгән.
Конкурс 13 йүнәлеш буйынса үткәрелде. Ҡағиҙә булараҡ, Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында иң популярҙар - социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау, граждандарҙың һаулығын һаҡлау һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү, фән, мәғариф өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ ҡылыу.
“Әгәр элекке конкурстарҙа коммерцияға ҡарамаған сектор заявкаларҙы конкурс һуңында ғына тапшырып өлгөрһә, был юлы тәүге көндәрҙән әүҙемлек күрһәттеләр”, – ти Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.
Ойошмаларҙың артыуы уларҙың үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуынана ла бәйле. Шулай уҡ Йәмәғәт палатаһы аппараты яңы ҡушылғандарға документтарҙы дөрөҫ тултырырға ярҙам итә. Палатаның Ресурс үҙәге конкурста ҡатнашыусыларға йыл һайын һәр йәһәттән булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, социаль, белем биреү, экологик һәм башҡа проекттарҙы уңышлы үткәреү өсөн ике вебинар, ете семинар ойошторған, биш заявканы ашығыс ҡараған. Шулай уҡ ситтән тороп та ярҙам итәләр, телефон аша консультациялар бирәләр, ярҙам хаттары әҙерләйҙәр.
“Киләһе йыл иҡтисади яҡтан ауыр буласаҡ тип күҙаллана. Шуға күрә инициативалы командалар, йәмәғәтселәр үҙҙәрен өҫтәмә эш менән тәьмин итеү өсөн алдан төрлө алымдар уйлай. Билдәле булыуынса, фонд аҡсаны проекттың команда ағзалары эшенә түләү өсөн дә бүлә. Был, әлбиттә, конкурста ҡатнашыуҙың төп сәбәбе түгел. Күптәрҙең ерҙә изге эҙ ҡалдырғыһы, район, ҡала, ниндәйҙер кешеләр төркөмө өсөн яҡшы эштәр башҡарғыһы килә”, – тине Шамил Вәлиев.
2020 йыл өсөн Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары төбәккә үҙҙәренең социаль әһәмиәтле проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 163 миллион һум аҡса йәлеп иткәйне.
Быйылғы конкурс еңеүселәре 2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем билдәләнәсәк. Үткән проекттарҙы финанслау 1 февралдән башланасаҡ. Шул уҡ көндән икенсе конкурстың башланыуы тураһында иғлан яһаласаҡ.
Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.