Бөгөн беҙҙә шәхси медицина учреждениелары бик күп. Ә уларҙың иң беренсеһе ниндәй булған һәм ҡасан барлыҡҡа килгән? Был яҙма шул турала.
Баш ҡаланың Хужалыҡ иҫәбендәге поликлиникаһы 1930 йылда асылған һәм тап ул Өфөнөң беренсе түләүле медицина учреждениеһы булып һанала. Шул ваҡыттан алып үҙенә эшләгән докторҙар, акушерҙар һәм бүтән медицина хеҙмәткәрҙәре башҡалар менән уңышлы дәғүә итә башлай. Беренсе көндән алып бында теләгән һәр кемде ҡабул итәләр, хатта пациенттарҙың өйөнә барып та хеҙмәт күрһәтәләр.
90 йыл эшләгән поликлиниканың тарихы ҙур. Тәүҙә учреждение ҡуртымға алынған шәхси йорттарҙа урынлаша. Аҙаҡ беренсе баш табип Петр Якиндың тырышлығы менән Октябрь революцияһы урамында ике ҡатлы бина алыуға өлгәшәләр. Унда лаборатория, һыу менән дауалау, рентген кабинеты булдырыла, стоматолог һәм физиотерапевт ҡабул итә башлай.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң поликлиниканы ябалар, ә 1950 йылда ул яңынан ишектәрен аса. Тәүҙә пациенттарҙы кистәрен республика поликлиникаһы кабинеттарында ҡабул итәләр, аҙаҡ уларға Туҡай урамындағы бина бирелә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа поликлиника коллективы хеҙмәт күрһәтеүҙе киңәйтеү һәм камиллаштырыу менән шөғөлләнә.
Дауалау учреждениеһының беренсе баш табибы Петр Якин уға уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып етәкселек итә. Ул – табип-терапевт, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан кеше. Абруйлы эшмәкәр Санкт-Петербургта хәрби-медицина академияһын тамамлаған, 1922 йылдан алып Өфөлә эшләй. Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында бүлек мөдире һәм баш табип була. Уның хеҙмәте бик юғары баһалана, бик күп орден һәм миҙалдары бар.
1982 йылдан учреждение Октябрь проспектындағы 62/2-се йортҡа күсә. Поликлиниканың Өфө үҙәгендә урынлашыуы (“Үҫмерҙәр китапханаһы” туҡталышы) һәм килеү өсөн бик уңайлы булыуы ҡала кешеләре һәм ҡунаҡтары араһында уны тағы ла абруйлыраҡ итә. 1997 йылдан алып ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенең муниципаль милкенә күсә.
Бөгөн Хужалыҡ иҫәбендәге поликлиника – республиканың заманса һәм ҙур дауалау учреждениеларының береһе. Коллективта фән кандидаттары, юғары һәм беренсе категориялы табиптар һәм башҡа беренсе класлы белгестәр хеҙмәт итә. Үҙ һөнәренә ғашиҡ кешеләр иң ауыр шарттарҙа ла пациенттарына ярҙамға килергә әҙер. Лабораториялар, диагностика кабинеттары, процедура бүлмәләре иң яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында диагноз ҡуйған саҡта һәм дауалағанда медицинаның иң һуңғы ҡаҙаныштары һәм заманса технологиялары файҙаланыла. Поликлиника белгестәре даими рәүештә үҙҙәренең белемен камиллаштыра, матди-техник база яңыртыла, яңы мәғлүмәт технологиялары, диагностикалау һәм дауалау алымдары индерелә.
Күптән түгел поликлиника структураһына Рәсәй урамындағы 108-1-се йортта урынлашҡан яңы филиал ингән. Бында ла кешеләрҙе профессионалдар һәм үҙ эшенең оҫталары ҡабул итә. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын уңайлы фитнес-зал, дауалау массажы һәм физкультура курсы көтә, көндөҙгө стационарҙа һаулыҡты нығытырға була. Шулай уҡ бында магнит терапияһы, энә рефлексы терапияһы, лазер терапияһы, электрофорез, парафин терапияһы хеҙмәттәре тәҡдим ителә. Пациенттар өсөн һәр ваҡыт бассейн асыҡ, унда шәхси рәүештә лә, төркөм менән дә шөғөлләнергә мөмкин. Унан тыш, имсәк балаларын йөҙөргә өйрәтеү курстары, дауалау һәм сәләмәтләндереү ванналары, һыу аҫты массажы һәм сауна бар. Ҡыҫҡаһы, бында буш ваҡытты һаулыҡ өсөн генә түгел, күңел өсөн дә файҙалы итеп үткәрергә була.
Йөҙәрләгән Өфө кешеһе – күп йылдар дауамында поликлиниканың даими пациенттары. Хужалыҡ иҫәбендәге поликлиниканың девизы ябай – “Беҙ кешеләргә сәләмәт булырға ярҙам итәбеҙ һәм бының менән ғорурланабыҙ!” Ә төп маҡсаттары – халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү. Бының өсөн поликлиника етәкселеге даими рәүештә медицина хеҙмәттәре сифатын күтәрә, уларҙы арзанайтыу йәһәтенән эш башҡара. Шулай уҡ учреждениеға килгән кешеләрҙе уңайлы шарттар менән тәьмин итә. Тап ошо сәбәпле учреждение лайыҡлы һөйөү һәм хөрмәт менән файҙалана.
Нисек кенә булмаһын, пациенттарҙың ышанысы – иң дөрөҫ баһа. “Йыл клиникаһы-2020” конкурсында учреждениеның халыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәһендә “Үҙ лабораторияһы булған иң яҡшы диагностика үҙәге” тип танылыуы осраҡлы түгел.
90 йыллыҡ юбилей йылында Хужалыҡ иҫәбендәге поликлиника коллективына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм медицина тармағында яңы уңыштар теләйбеҙ.