Кисә, 22 октябрҙә, Өфөнөң Ленин районы суды һуңғы ваҡытта ҙур ығы-зығы тыуҙырған “Минең ғаиләм” тип аталған ҡарттар йортон ябыу тураһында ҡарар сығарҙы. Пансионат бинаһын файҙаланыуҙы тыйыу хаҡында прокуратураның дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелде.
8 Март ҡасабаһында урынлашҡан ике ҡатлы бинала егермегә яҡын өлкән йәштәге кеше көн күргән. Йәшәү шарттары тейешле талаптарға яуап бирмәгән. Ундағы ҡот осҡос шарттар, ололарҙы рәнйетеү осраҡтары көтмәгәндә асыҡланды. Ошо учреждениеға эшкә урынлашҡан ҡатын, түҙмәйенсә, ҡарттарҙың ниндәй хәлдә көн күргәнен фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалғайны. Ә кисә пансионатта йәнә бер фажиғә теркәлгән: 81 йәшлек ҡарттың икенсе ҡаттағы тәҙрә аша ҡасырға йыйынғанында йығылып һәләк булғаны хаҡында яҙып сыҡтыҡ инде. Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Бөгөн хәбәр ителеүенсә, пансионатта йәшәгән ике кеше Өфө дауаханаларына урынлаштырылған, күптәрҙе туғандары алып ҡайтҡан. Кемдең яҡындары табылмаған, улар өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны бүленгән.
Фото: Башҡортостан прокуратураһы.