Үрге Тәтешлелә йәшәгән алты йәшлек Тимур Мостафиндың картинаһы Мәскәүҙәге күргәҙмәгә нисек эләккән? Талантлы малай, “Балалар коронавирусҡа ҡаршы” халыҡ-ара акцияһына ярашлы, “Донъя балалар күҙҙәре менән” ижад конкурсының финалисы булды. Оҙаҡламай йәш рәссамдың эше күсмә күргәҙмә менән Һиндостанға оҙатыласаҡ.
Тимур донъялағы илдәрҙең пандемияға ҡаршы көрәшеүен һүрәтләгән. Ошо эше менән уны Мәскәүҙәге күргәҙмәгә саҡырғандар ҙа. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, Мостафиндар ғаиләһе баш ҡалаға барырға ҡарар итә... һәм улар бик дөрөҫ эшләгән! Танылған рәссамдар Тимурҙа бәләкәй генийҙы күргән.
Йәш ижадсы, һүрәттәрҙән тыш, пластилиндан һындар яһау менән мауыға. Дубайҙан ата-әсәһе менән бергә алып ҡайтҡан алты тоҡсай ҡабырсыҡтарҙан яһаған изделиелар коллекцияһы таң ҡалдырырлыҡ. “Тәүҙә телевизор ҡарайһың, аҙаҡ уйлайһың... Унан һуң башҡа идея килә. Шунан яйлап эшләйһең дә эшләйһең, ә аҙаҡ һүрәткә тотонаһың”, – ти алты йәшлек малай. Бөтә буш ваҡытын ул һүрәт төшөрөүгә бирә, тәүге рәсемен ике йәш ярымлыҡ булғанда төшөрә. Ата-әсә улдарының талантын ваҡытында һиҙеп ҡала.
Тимур Мостафиндың картиналары ҡасан да булһа донъя галереяларын яулауы ихтимал, әлегә йәш рәссамдың ҙур эшен Мәскәүҙәге Иван Бунин исемендәге китапханала күрергә мөмкин.