Социаль мәсьәлә
27 Октябрь 2020, 12:14

Был хоҡуҡтан кемдәр файҙалана ала?

Дарыуханала инвалидтарға дарыуҙар бушлай бирелә, тине күршем. Юғиһә яңыраҡ табип миңә “шәкәр диабеты” тигән диагноз ҡуйҙы. Миңә глюкометр кәрәк. Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине...

Дарыуханала инвалидтарға дарыуҙар бушлай бирелә, тине күршем. Юғиһә яңыраҡ табип миңә “шәкәр диабеты” тигән диагноз ҡуйҙы. Миңә глюкометр кәрәк. Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине...

З. ЗАРИПОВ.
– 81-се Федераль закон инвалидтарға бушлай медицина ярҙамы алыу мөмкин­ле­ген бирә. Өҫтәүенә 181-се, 61-се Федераль закондарға һәм Рәсәй Хөкүмәте раҫ­лаған дарыухананан бушлай бирелергә тейешле дарыуҙар исемлегенә ярашлы, инвалидтар табип рецебы буйынса дарыуҙар­ҙы бушлай алыу хоҡуғына эйә. Шул иҫәптән шәкәр диабеты менән сирләгән инвалидтар ҙа ҡандағы глюкоза кимәлен үлсәй торған медицина ҡорамалдары менән бушлай тәьмин ителә.
Әгәр урындағы дауаханала кәрәкле дарыуҙар йәки медицина ҡорамалдары булмаһа, ойошма етәкселеге уларға запрос яһарға бурыслы. Һөҙөмтәлә медикаменттар ун көн эсендә килтерелергә тейеш. Ә ашығыс мәлдә был ваҡыттың 48 сәғәттән дә артмауын талап итергә мөмкин.
Читайте нас