Беҙҙеңсә, бөтә кешенең дә сәләмәт булғыһы, һыҙланмай-уфтанмай йәшәгеһе килә торғандыр. Һуңғы ваҡытта илдә алкоголь менән ағыуланыуҙар, психоздар һәм наркологик ярҙамға мөрәжәғәт итеүселәр һаны кәмеүе эскелеккә ҡаршы көрәштең тәьҫирлелеге тураһында һөйләй. Уйлап ҡарағыҙ: Рәсәйҙә һуңғы осорҙа йылына йән башына тура килгән алкоголь күләме 18 литрҙан 9,5 литрға тиклем кәмегән. Яҡшы, әлбиттә, тик был тәңгәлдә башҡараһы эштәр байтаҡ әле.
Яңы ғына илдә Бөтә Рәсәй Айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Ошо форсаттан файҙаланып, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, психиатр-нарколог Евгений Брюндың кәңәштәрен еткергебеҙ килә.
– Үҙеңдең һаулығыңды йәштән хәстәрләү, сәләмәт тормош менән йәшәү, алкоголь, тәмәке һәм наркотикһыҙ ғүмер итеү – яуаплылыҡ тигән һүҙ. Мин сәләмәтлегемде һаҡлайым икән, тимәк, үҙемдең ғаиләмдең, яҡындарымдың һаулығы тураһында ла хәстәрлек күрәм. Әйҙәгеҙ, бөгөн тәртибебеҙҙе күҙаллайыҡ, дөрөҫ йәшәйбеҙме, ғаиләбеҙ именлеге хаҡында уйланабыҙмы? Насар ғәҙәттәрҙең фажиғәләргә килтереүе, ҡайғыға һалыуы барыбыҙға мәғлүм.
Белгес алкоголдең вируслы һәм хроник сирҙәрҙе тәрәнәйтеүе хаҡында ла иҫкәртә.
– Алкоголдең организмға ағыулы тәьҫире билдәле. Шуның һөҙөмтәһендә сир барышы ҡатмарлана һәм һауығыу процесы аҡрыная. Иммун системаһы ҡаҡшай, вирустарға ҡаршы антиматдәләр көрәше йомшара. Өҫтәүенә эпидемиологик миҙгелдә алкоголле эсемлектәр менән мауығыу өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал, – ти белгес.
Министрлыҡтың баш наркологы эскелекте кәметеү буйынса саралар тураһында ла һөйләне.
– Наркологик берләшмә эскелеккә ҡаршы көрәштә ябай дүрт принципҡа таяныуҙы хуп күрә. Беренсеһе – алкоголде һатып алыу мөмкинлеген сикләү. Икенсеһе – һатыу ваҡытын кәметеү. Өсөнсөһө – алкоголле эсемлектәргә хаҡты арттырыу. Дүртенсеһе – 21 йәше тулмаған йәш-елкенсәккә уларҙы һатыуҙы тыйыу.
Ә һеҙ был принциптар менән ризалашаһығыҙмы?