Социаль мәсьәлә
27 Октябрь 2020, 12:00

Музыкант баҙарҙа ит һата...

Яҡташыбыҙ Руслан Ишдәүләтов фортепианола оҙайлы уйнау буйынса донъя рекорды ҡуйған. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә. Ғаиләһен тәьмин итеү өсөн Өфө егете бына ун йыл инде Ленинград өлкәһендә баҙарҙа ит һатыусы булып эшләй. Тик музыка менән шөғөлләнеүҙән туҡтарға йыйынмай.

Яҡташыбыҙ Руслан Ишдәүләтов фортепианола оҙайлы уйнау буйынса донъя рекорды ҡуйған. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә. Ғаиләһен тәьмин итеү өсөн Өфө егете бына ун йыл инде Ленинград өлкәһендә баҙарҙа ит һатыусы булып эшләй. Тик музыка менән шөғөлләнеүҙән туҡтарға йыйынмай.


Музыкант социаль селтәрҙә барған биш марафонда ҡатнаша, һәр береһе оҙайлыраҡ була бара. 25 сентябрҙә “Төштәр баҡсаһы” яҡтылыҡ инсталляциялары күргәҙмәһендә ойошторолған марафонда, ни бары ике ҡыҫҡа тәнәфескә туҡталып, 50 сәғәт дауамында уйнай.


Руслан Өфөлә тыуып үҫкән. Атаһы уны 10 йәшендә музыка мәктәбенә илтә, аҙаҡ – музыка колледжына. Бер аҙ Өфө сәнғәт институтында профессор Рәшит Йыһанов класында уҡый, аҙаҡ Санкт-Петербург ҡала­һына күсеп килә. Былтыр Русландың атаһы ҡаты ауырыуҙан вафат булған. Ауыр ҡайғынан арына алмаған, төшөнкөлөккә бирелгән музыкант марафондар идеяһы менән рухланырға көс таба. 24 сәғәтлек тәүге марафонды ул былтыр үткәргән.


“Быға ризалашыу ауыр булды: 24 сәғәт буйы уйнауҙың нисек ҡыйын­лығын күҙ алдына ла килтермәй инем. Бик ауыр, ҡулдар ғына түгел, бөтә тән ойой. Бер нисә тапҡыр уйнауҙан туҡтап, ҡайтып китергә лә уйлағаным булды. Трансляцияның барыуы, тамашасыларҙың мине тыңлауы һынмаҫҡа ярҙам итте”, – тип хәтерләй ул көндө Руслан.


Музыканттың әйтеүенсә, марафондар ҙур танылыу ала бара, уны тиҫтәләрсә мең кеше күҙәтә. Ул киләсәктә импровизацияларҙы көсәй­тергә һәм үҙенең яҙмышы нигеҙендә фильм төшөрөргә уйлай. Ижади эҙләнеү дауам итә, бер нисә проект әҙерләнә, коммерция проекттары өсөн музыка яҙа. Марафондарҙан һуң уға концерттар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр ҙә килгән.
Читайте нас