Социаль мәсьәлә
28 Октябрь 2020, 16:00

"Көрәш ҡаты булырға тейеш"

Башҡортостан Башлығы законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатҡандар тураһында тейешле органдарға еткергән кешеләргә премия бирергә тәҡдим итте.

Башҡортостанда легаль булмаған алкоголь менән көрәш дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был вазифала эшләй башлау менән ошо талапты ҡуйғайны. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә әйткәйне.
“Сәләмәтлек темаһы ҙур иғтибар талап итә. Шул иҫәптән алкоголь һәм тәмәке ҡулланыу. Улар ғаиләләрҙе емерә, кешеләрҙе үлтерә, һаулығын ҡаҡшата, суицидҡа, өйҙәге көсләүҙәргә, янғындарға, аварияларға килтерә”, – тине ул һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына, контроль структураларына был тәңгәлдә системалы эш алып барырға ҡушты.
Шул ваҡыттан башланған эш туҡтаманы һәм әле лә дауам итә. Тәүге ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, легаль булмаған алкоголдән ағыуланып үлгәндәр һаны 2018 йылда 211 кеше булһа, былтыр кәмегән - 99. Быйыл иһә һигеҙ ай эсендә 42 кешенең ғүмере өҙөлгән. Рәсәй буйынса ла был күрһәткес беҙҙә яҡшыларҙан һанала.
Аҙна башында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә законһыҙ алкоголь әйләнешенә ҡаршы көрәш тураһында һүҙ булды. Радий Хәбиров был йәһәттән башҡарылған бурыстар тураһында доклад тыңлағандан һуң эште артабан да көсәйтергә ҡушты. Ағымдағы йылдың туғыҙ айы эсендә әйләнештән 56 мең литр законһыҙ алкоголь һәм спиртлы эсемлек тартып алынған. Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бөрө ҡалаларында алты йәшерен цех юҡҡа сығарылған.
Был өлкәләге енәйәттәрҙе башлыса күмәртәләп һатыу предприятиелары һәм шәхси кәсепселәр башҡара. Улар башҡа төбәктәрҙән индерелгән арзан суррогат тауарҙы тарата. Тикшереү мәғлүмәттәре нигеҙендә 142 енәйәт эше ҡуҙғатылған. 125-е судҡа йүнәлтелгән. 72 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Бынан тыш, 1700 самаһы административ хоҡуҡ боҙоу осрағына кәртә ҡуйылған. 1600 кешегә штраф һалынған, вәкәләтле кешеләргә - 5,3 миллион һум.
Башҡортостан Башлығы законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыусылар тураһында тейешле органдарға еткергән кешеләргә премия бирергә тәҡдим итте.
– Хәтерләйһегеҙме, ике йыл элек Әбйәлил районына сығып ниндәй көрәш башлағайныҡ? Тағы иғтибарлап ҡарарға кәрәк: йәнә берәй районда улар баш күтәрә башламағанмы? Әгәр шулай икән, тулы кимәлдә тикшереү үткәрергә кәрәк. Кешеләргә ағыу һатҡан әҙәмдәр менән көрәш ҡаты булырға тейеш, – тигәйне Радий Хәбиров.
27 октябрҙән 28 октябрь төнөнә ҡарай республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре “Вся Уфа” телеканалы менән берлектә Өфө ҡалаһы магазиндары буйлап рейд үткәрҙе. Сараның маҡсаты – алкоголь тауарҙарын һатыу ҡануниәте үтәләме-юҡмы икәнлеген тикшереү.
Һөҙөмтәлә ике магазинда закон боҙоу осрағы теркәлгән. Уларҙа 23.00 сәғәттән 8.00 сәғәткә тиклемге ваҡытта алкоголь тауары һатылған. Был осраҡтар буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған. Артабан контроль саралары сиктәрендә алынған материалдарға анализ үткәреләсәк – тауарҙары рөхсәт буйынса һатылғанмы, был өлкәлә башҡа закон боҙоуҙар юҡмы?
Төн ваҡытында "ҡаты" алкоголь тауарын һатыу өсөн махсус лицензия кәрәк. Ул йәмәғәт туҡланыуы объекттарына бөтә кәрәкле талаптарҙы үтәгәндә генә бирелә.
Шул уҡ ваҡытта, бөгөнгө эпидемиологик хәлгә ярашлы, йәмәғәт туҡланыуы объекттарына 6.00 сәғәттән 23.00 сәғәткә тиклем генә эшләргә мөмкин.
Бындай рейдтар артабан да дауам итәсәк.
Фото: "Вся Уфа".
Читайте нас