Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә илдең баш ҡалаһындағы ваҡиға тураһында бәйән иткән.
“Бөгөн Мәскәүҙә “Сәләмәт йәмғиәт” форумында сығыш яһаным. Ойоштороусылар тағы бер тапҡыр нисек беҙ рекордлы ваҡыт эсендә инфекциялы дауахана төҙөүҙе һөйләүҙе үтенде. Хәйер, бында, әлбиттә, техник үҙенсәлектәр түгел, ә идара процесын ойоштороу логикаһы мөһим.
Бөгөн мин шуны аңлаттым: нимәнелер тиҙ генә төҙөргә кәрәк икән, эште төҙөүҙән түгел, ә үҙгәртеп ҡороуҙан башлау зарур.
Мәҫәлән, ҡарар ҡабул итеүҙең традициялы системаһына, уларҙы тормошҡа ашырыуға яңы күҙлектән ҡарарға кәрәк.
Был осраҡта ҡәҙимге система операцияларҙы бер нисә аҙна дауамында тормошҡа ашырһа, бында инде бер нисә сәғәт талап ителәсәк.
Тағы бер ғәмәлде билдәләнем: ошо яңы, тиҙләтелгән системаны тағы ла тиҙләтергә тырышабыҙ – хәҙер инде Стәрлетамаҡтағы инфекциялы үҙәк төҙөүҙә.
Беҙ тәүге госпиталдәге тәжрибәне иҫәпкә алдыҡ һәм яңы инфекциялы үҙәк өсөн икенсерәк ҡарарҙар ҡабул иттек.
Атап әйткәндә, 74 бокслы палаталар араһында 20 балалар һәм 40 өлкәндәр өсөн бокстар буласаҡ, шулай уҡ, 14 реанимация палатаһы (шул иҫәптән, яңы тыуғандар өсөн).
Шулай итеп, ғәмәлдә был – яңы проект һәм уны ла беҙ рекордлы ваҡытта тормошҡа ашырасаҡбыҙ.
Тәжрибә бар, идара процестары яйға һалынған. Уңышлы тормошҡа ашырылған кейс менән башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәр менән дә бүлешергә әҙербеҙ.
Дөйөм алғанда, форум яҡшы, файҙалы булды. Барығыҙға ла һаулыҡ!”, -тип яҙған Андрей Назаров.
Фото Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.