Социаль мәсьәлә
28 Октября 2020, 19:30

“Бурысты үтәһәк, һөҙөмтәле эшләнек тип әйтә алырбыҙ”

– Мәскәүҙә “Ҡараңғыла” тигән ресторан бар. Унда бөтөнләй яҡтылыҡ юҡ...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбук” селтәрендәге сәхифәһендә социаль эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы фекере менән уртаҡлашты.
“Мәскәүҙә “Ҡараңғыла” тигән ресторан бар. Унда бөтөнләй яҡтылыҡ юҡ. Бөтә мәғәнә лә шунда: ҡараңғыла ашау. Ғәҙәти булмаған тойғо. Ҡараңғыла еҫ һиҙеү һәләте көсәйә, ризыҡтың тәмен дә сағыуыраҡ тояһың. Ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла бик насар күрә. Улар туҡланырға килгәндәрҙе һуҡырҙар донъяһы менән таныштыра. Ресторанды уйлап тапҡан, унда эшләгән кешеләргә ҡарап, күреү һәләтендә кәмселектәре булғандарҙың проблемаларына бөтөнләй икенсе күҙлектән баға, уларҙы яҡшыраҡ аңлай башлайһың.
Был турала ниңә яҙырға булдыммы? Мин социаль эшҡыуарлыҡтың сағыу өлгөһөн күрҙем. Ошондай уҡ эшмәкәрлек алып барған кешеләр Башҡортостанда ла бар. Кемдер түшәктә ятҡан ауырыуҙар өсөн махсус матрастар етештерә, кемдер өлкәндәр өсөн пансионаттар төҙөй, кемдер инвалидтарҙы эшкә ала. Ошо эштәрҙе танытыу өсөн бөгөн Төбәк-ара онлайн форум астыҡ. Үҙебеҙҙең турала һөйләрбеҙ, башҡаларҙан да өйрәнербеҙ.
Социаль эшҡыуарҙар ярҙамға мохтаж. Улар табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуймай, ә алдарына изге бурыс ҡуйған. Әйткәндәй, был Хөкүмәтебеҙҙҙең бурысына тап килә – Башҡортостандағы тормошто мөмкин тиклем уңайлы итеү. Һау-сәләмәттәр, көслөләр генә түгел, ә сирлеләр һәм көсһөҙҙәр – инвалидтар, етемдәр, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәр, кескәй балаһы булған яңғыҙ әсәләр, ишле ғаиләләр, пенсионерҙар үҙҙәрен яҡшы тоя башлаған осраҡта ғына төбәкте ысынлап та йәшәү өсөн уңайлы тип әйтергә мөмкин. Әйткәндәй, беҙ был исемлекте киңәйтеп, уға өс йәшкә тиклемге сабыйын ҡарау буйынса ялда булған һәм ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы ла индерҙек. Хәҙер ошо кешеләрҙе эшкә алған йүнселдең, дәүләт ярҙамы сараларына, бөтә ташламаларға эйә булып, “социаль” статусын алыуы ихтимал.
Әүәлге яҙмаларымдың береһендә Бөйөк депрессияны телгә алғанда, шул дәүерҙәге дәүләтте бөгөнгөһө менән сағыштырғайным. Бөгөнгө дәүләт күп йәһәттән социалләштерелгән. Уның ошо сифаттары коронавирус һәм иҡтисади проблемалар баҫымы аҫтында юйылмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Хәстәрлеккә мохтаждар уға мотлаҡ эйә булырға тейеш.
Ошо бурысты тормошҡа ашыра алһаҡ, ысынлап та, һөҙөмтәле эшләнек, тип әйтә аласаҡбыҙ. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: facebook.com
Читайте нас