Социаль мәсьәлә
29 Октябрь 2020, 20:45

"Балалар күп – тағы ике-өс мәктәп кәрәк"

Нефтекама ҡалаһы быйыл ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әле унда ҙур мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөлә, юлдар һалына.

Нефтекама ҡалаһы быйыл ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әлеге ваҡытта унда ҙур мәктәп, балалар баҡсаһы, юлдар һалына. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, властар бер юлы бер нисә программа буйынса финанслау йәлеп иткән һәм яңы төҙөлгән биҫтәләр өсөн хас ҙур проблеманы – инфраструктура юҡлығын хәл итеүгә өлгәшкән.
2013 йылдан алып төҙөлгән кварталда быйыл, “Мәғариф” милли проектына ярашлы, 1225 урынлыҡ ҙур мәктәп һалына башланы. Уның хаҡы - 701,3 миллион һум. “Яңы объектты файҙаланыуға тапшырыу 10-сы һәм 12-се мәктәптәрҙәге көсөргәнеште кәметәсәк. Әле бында балалар икешәр сменала уҡый, кластарҙа - 30-ҙан ашыу кеше. Унда 24 һәм 25-се биҫтәләрҙә йәшәгән уҡыусылар йәйәү йөрөй аласаҡ”, – тинеләр ҡала хакимиәтендә.
Ә “Демография” милли проекты нигеҙендә 24-се биҫтәлә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү тамамланып килә. Объекттың хаҡы – 226,6 миллион һум, шулай уҡ урындағы бюджет иҫәбенә эшләгәндәр. Ҡала хакимиәте пландары буйынса, ошо уҡ проект буйынса киләһе йылда бында тағы бер балалар баҡсаһы төҙөү ҡаралған.
Юл төҙөлөшөнә килгәндә, ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Яңы биҫтә Комсомол проспекты һыҙаты буйлап урынлашҡан, был - ҡаланың төп магистрале. Уның дауамын төҙөү өсөн милли проект буйынса 73,9 миллион һум йәлеп ителгән. Был оҙонлоғо 682 метрлыҡ дүрт һыҙатлы яңы юл буласаҡ. Шулай уҡ йәйәүлеләр аллеяһы, тротуарҙар, ике туҡталыш эшләү планлаштырыла.
Шулай уҡ ҡала хакимиәте федераль аҡса иҫәбенә биҫтәнең төп урам-юл селтәрен төҙөмәксе. Проект әҙер, экспертиза хуплауы алынған, финанслау өсөн ғариза бирелгән. Был объекттың оҙонлоғо – 3,2 километр, хаҡы 261,9 миллион һум тәшкил итәсәк.
"Беҙ ошо биҫтәгә күсер алдынан проектты ҡарап, тәҙрә төбөндә генә балалар баҡсаһы төҙөлөрөн белә инек. Ошонда уҡ мәктәп тә һалына. Балалар өсөн бик уңайлы буласаҡ, әллә ҡайҙа йөрөтөү кәрәкмәй. Мәғариф учреждениеларының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ", - ти 24-се биҫтәлә йәшәгән Наталья Минзарипова.
Нефтекаманың был өлөшөндә йәштәр күп йәшәй. Биҫтәне ун йыл элек төҙөй башлайҙар, фатир һайын тиерлек - балалы ғаиләләр. Тик социаль объекттар йорттар менән бергә һалынып өлгөрмәй. Шуға ата-әсә балаларын алыҫтағы мәктәп һәм балалар баҡсаларына йөрөтөргә мәжбүр.
"Был мәктәпте төҙөп тапшырғас та, ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмаясаҡбыҙ. Балалар бик күп, тағы ике-өс мәктәп кәрәк. Мәктәпкәсә учреждениелар менән дә шул уҡ хәл. Әгәр 2021 йылға демографик алға китеш тураһында һөйләйбеҙ икән, күберәк төҙөргә тейешбеҙ", - ти Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас