Социаль мәсьәлә
3 Ноябрь 2020, 15:05

Өҙөклөктәргә юл ҡуйылмаҫ

Республика халҡы социаль селтәрҙә терегөмөшлө градусниктарҙың, вирусҡа һәм ковидҡа ҡаршы препараттарҙың булмауына зарланып яҙғайны. “Башфармация”ның генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә ошо һорауҙарға яуап биргән.

Республика халҡы социаль селтәрҙә терегөмөшлө градусниктарҙың, вирусҡа һәм ковидҡа ҡаршы препараттарҙың булмауына зарланып яҙғайны. “Башфармация”ның генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә ошо һорауҙарға яуап биргән.


Тәүҙә дарыуҙар тураһында. Әлфиә Рәхмә­туллинаның әйтеүенсә, вирусҡа ҡаршы препараттар, антибиотиктар, витаминдар дәүләт дарыуханаларында етерлек. “Ваҡыт-ваҡыты менән, ҙур ихтыяж менән бәйле, халыҡтың дарыуҙарҙы күпләп запасҡа алыуын күҙәтәбеҙ, мәҫәлән, шул уҡ арбидолды. Әлбиттә, бөтәһен дә күҙ уңында тотабыҙ. Беҙ ҙур контракттар төҙөгәнбеҙ, килтереү менән дарыуҙарҙы дарыуханалар буйынса таратабыҙ. Тейешле ассортиментты булдырырға тырышабыҙ, – тине ул. – Тик дарыуҙарҙы маркировкалау менән проблема бар: препараттарҙың хәрәкәт мониторингының Бөтә Рәсәй мәғлүмәт системаһында өҙөклөктәр тыуыуы һөҙөмтәһендә ил буйынса дарыуҙар һатыу туҡталған осраҡтар булғылай. Мәҫәлән, кисә “Честный Знак” эшләмәүе арҡаһында бөгөн кәрәкле дарыуҙарҙы ала алманыҡ. Был бөтә дарыуҙарға ла ҡағыла. Йә маркировка аныҡ түгел, йә кодты ҡул менән индерергә тура килә. Былар эш барышын тотҡарлай”.


“Коронавир” препаратын һатыу әлегә туҡта­тылған. 12-15 мең һум торған дарыуҙың хаҡы түбәнәйтелеүе арҡаһында уны яңынан теркә­йәсәктәр. Яҡын арала мәсьәлә хәл ителәсәк.


Икенсе мәсьәлә – градусниктар юҡлығы. Етәксенең әйтеүенсә, электрон термометрҙар дарыуханаларҙа етерлек кимәлдә. Терегөмөшлө градусниктар оҙаҡламай бөтөнләй булмаясаҡ, сөнки халыҡ-ара конвенция уны етештереүҙе тыйған. Әлеге ваҡытта ҡалдыҡ тауарҙар ғына һатыла.


Битлек, бирсәткә, антисептиктар етерлек кимәлдә, бер ниндәй сикләүҙәр ҙә юҡ, тип аңлатты Әлфиә Рәхмәтуллина. Ведомство әйтел­гән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көсөргәнешле эшләй, төрлө саралар ҡабул итә, өҙөклөктәр булмаясаҡ, тип вәғәҙә итә “Башфармация” етәксеһе.

Читайте нас