Социаль мәсьәлә
5 Ноябрь 2020, 14:00

Бында ла һөт кухняһы буласаҡ

Баш ҡалала “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһының туғыҙынсы фирма пункты асыла.

Баш ҡалала “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһының туғыҙынсы фирма пункты асыла. Ул 11 ноябрҙән эшләй башлаясаҡ, Черниковка урамы, 51 адресы буйынса урынлашасаҡ. Был урын юҡҡа ғына һайланмаған: бында Калинин һәм Орджоникидзе райондарының теләһә ҡайһы яғынан килеп етеү уңайлы.
Һөт продукцияһын һәм ҡоро ҡатнашмаларҙы өс йәшкә тиклемге 435 бала аласаҡ, шулай уҡ ауырлы ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр ҙә хеҙмәтләндереләсәк.
Әйткәндәй, улар бығаса продукцияны Орджоникидзе урамы, 15 адресы буйынса урынлашҡан 4-се балалар поликлиникаһы, Борисоглебский урамы, 1, Ҡулса урамы, 127 адрестары буйынса урынлашҡан дәүләт аптекаһы базаларындағы таратыу пункттарынан алған. Хәҙер иһә улар яңы урынға йөрөйәсәк һәм үҙҙәренә тәғәйенләнгән махсус продукцияны ғына түгел, ә һөт кухняһында етештерелгән барлыҡ ассортиментты ла һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Бөгөн “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһының тәүлегенә биш тоннанан ашыу һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған ете етештереү майҙансығы, 101 продукция таратыу пункты бар. Уларҙың 45-е тулы ҡеүәткә эшләй, тауарҙары менән сауҙа итеү ҙә ойошторолған. Учреждение продукцияһын шулай уҡ билдәле сауҙа селтәрҙәрендә һатып алырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта республикала 22511 бала льготалы нигеҙҙә бушлай һөт аҙыҡ-түлектәре менән тәьмин ителә, шулай уҡ 619 ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатын хеҙмәтләндерелә.
Ҡайһы бер тораҡ пункттарға тауарҙар алып барып таратыла, улар араһында Өфө һәм Нефтекама ҡалалары биләмәһенә ҡараған, Өфө, Краснокама, Белорет, Туймазы, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай райондарындағы ауылдар бар.
Фото: trade.bashkortostan.ru
Читайте нас