Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан “Айырым эшмәкәрлек төрҙәрен лицензиялау тураһында”ғы Федераль закондың 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты эшләнгән. Документ Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закондар сығарыу советына тикшереү өсөн ебәрелгән.
"Әлеге закон проектында Рәсәйҙә ҡарттар йорттары эшмәкәрлеген лицензиялау тәҡдим ителә, - тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Бөгөн социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәр реестрына ирекле рәүештә ингән ойошмалар ғына контролдә тотола, ә улар бик аҙ. Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән күпселек пансионаттар “күләгәлә” эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында янғын, йәки берәй бәхетһеҙ осраҡ, йәки ололар менән тупаҫ мөғәмәлә итеүгә бәйле факттар асыҡланһа ғына билдәле була. Лицензиялауҙы индереү ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген, уларҙы контролдә тотоуҙы һәм граждандарҙың хоҡуғын яҡлауҙы яйға һаласаҡ.
Ҡарттар йорттарында берҙәм талаптарға ярашлы тәртип булдырыу зарурлығын депутаттар Өфөләге “Минең ғаиләм” пансионатында булған аяныслы хәлдән һуң күтәреп сыҡҡайны.
"Был осраҡта шуныһы ғәжәпләндерә: 8 Март ҡасабаһындағы әлеге пансионат иң яҡшылар рәтендә һанала, - тине Константин Толкачев. – Шулай булғас, башҡа урындарҙа ниҙәр ҡылына? Әлеге ваҡытта беҙ бөтә республикалағы ҡарттар йорттарының адрестарын туплайбыҙ. Мониторинг үткәрәсәкбеҙ. Кәрәк тип табылһа, депутаттар тарафынан шәхсән шефлыҡ ойошторасаҡбыҙ. Социаль эшҡыуарлыҡтың мөһим бер өлөшө дәүләттең күҙ уңынан төшөп ҡалған, бының буйынса эшләргә кәрәк".
Республика парламенты етәксеһе белдереүенсә, дәүләт социаль хеҙмәтләндереү йүнәлешендәге башланғыстарҙы хупларға тейеш, әммә тейешле контролдең булыуы ла мөһим.
"Әгәр беҙ барлыҡ шәхси ҡарттар йорттарын япһаҡ, дәүләт ҡарамағындағы социаль учреждениелар әлеге ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмаясаҡ, - ти Константин Толкачев. – Кешеләр унда яҡшы тормоштан барып эләкмәй. Шәхси ҡарттар йорттары ла кәрәк, әммә системаны туҡланыу, медицина күҙәтеүе һәм башҡа социаль хеҙмәттәр сифатлы, хәүефһеҙ булырлыҡ итеп ҡороу зарур".