Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров күп балалы һәм сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балаларға аҡсалата сертификаттар тапшырҙы.
“Был кешеләр республика тарафынан айырыуса хәстәрлеккә мохтаж. Шуға уларға ярҙам итәсәк һөҙөмтәле программаларҙы уйлап сығарҙыҡ. Уларҙың береһе – ер участкалары бүлеү. Ул Башҡортостанда 2011 йылда тормошҡа ашырыла башланғайны. Туғыҙ йыл эсендә 44 мең ер участкаһы бирелде, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Әммә был программаны тормошҡа ашырған ваҡытта уның иғтибарға алынмаған яҡтарын да асыҡланыҡ. Ғәмәлдә барлыҡ ғаиләләрҙең дә шәхси йортта йәшәгеһе йәки уны үҙаллы төҙөгөһө килмәй. Шулай итеп, хәҙер бындай граждандарҙың һайлау хоҡуғы бар. Улар ер участкаһы урынына 250 мең һум аҡса ала. Был аҡсаны улар өй төҙөү йәки ер участкаһы һатып алыу ғына түгел, ипотеканы ҡаплау өсөн дә тотона ала.
Дөйөм алғанда социаль ярҙам булырға ғына түгел, һөҙөмтә лә килтерергә тейеш. Ә һөҙөмтәне ниндәйҙер кимәлдә һайлауҙың булыуы ла килтерә. Хәҙер беҙҙең граждандар шундай мөмкинлеккә эйә”.
Фото: Валерий Шахов (“Башинформ”).