Өфө ҡалаһының Калинин районындағы “Йәйғор” сауҙа үҙәге үҙ эшмәкәрлеген коронавирус инфекцияһына ҡағылышлы санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында һәм инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында туҡтатып торҙо.
6 ноябрҙә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан контроль саралар барышында сауҙа объектының ике павильонында кешеләрҙе үткәреү режимы һәм термометрия өлкәһендә ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлгән.
– Был факттар буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле эш асылған. Ошо иҫкәрмәләрҙе бөтөргәнгә тиклем баҙар үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып торҙо, – тип белдергән контроль саралар бүлеге етәксеһе Владимир Сайгак.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығының быйыл 18 марттағы Указынан һуң тикшереүҙәр башланғайны. Бөгөнгә тиклем БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, хакимиәттәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 60489 ойошма тикшерелгән һәм Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.6.1-се статьяһы буйынса 518 хоҡуҡ боҙоу теркәлгән.
Фото: БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.