Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Рим Байғужин менән Ксения Кульковаға фатир асҡысы тапшырып, был йорттоң киләсәктә улар өсөн иң яҡын урынға әйләнеүен теләне. "Бәхетле булығыҙ, үҙ тормошоғоҙҙо ҡороғоҙ, үҙегеҙгә оҡшаған һөнәргә эйә булығыҙ, маҡсаттарығыҙға ынтылығыҙ" - тигән изге теләктәр ҙә яңғыраны.