Башҡортостан юлдаш телевидениеһында алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса тура эфирҙа тапшырыу булды. Уны республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская алып барҙы.
Тапшырыуҙа төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов һәм Башҡортостандағы банкрот булған төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләрен көйләү фонды генераль директоры Дамир Миңлебаев ҡатнашып, телевизор ҡараусыларҙың йорттар яҙмышына, төҙөлөш ваҡытына ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.
Билдәле булыуынса, фондтың Күҙәтеү советы ноябрҙә уҙасаҡ киләһе ултырышында банкрот булған төҙөүселәрҙең алдан ҡарар ҡабул ителгән алты объекты буйынса мәсьәләне ҡараясаҡ. Өфөлә “Интеграл” компанияһының - ике, “БашИнвестДом” һәм “ИнвестКапиталСтрой”ҙың берешәр йортон төҙөп бөтөргә, ә Стәрлетамаҡтағы “ЕТЗК” йәмғиәтенең ике йорто буйынса компенсациялар түләргә тәҡдим ителә.
2020 йылдың аҙағына тиклем Күҙәтеү советына тағы ла 310 алданған өлөшсөһө булған туғыҙ йортто ҡарауға сығарыу планлаштырыла: ”СамоСтрой” йәмғиәтенеке – ике, “БашСтройКомплект”тыҡы – ете.
Дамир Миңлебаев объекттарҙы процедураларға әҙерләүҙең ни өсөн күп ваҡытты алыуын аңлатты: һәр береһе буйынса 42 пакет документ йыйырға кәрәк. Әгәр ҙә фонд объектты төҙөү буйынса ҡарар ҡабул итһә, суд аша уға төҙөүсе вәкәләттәрен тапшырырға кәрәк. Һуңынан подрядсы һайлауға конкурс үткәрелә. Төҙөлөш өс-дүрт айҙан ғына башлана, унан барыһы ла объекттың әҙерлек кимәленә бәйле буласаҡ.
Йыл аҙағына тиклем “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексы буйынса мәсьәләне хәл итеү планлаштырыла. Ул республика көсө менән төҙөлдө, Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фонды йәлеп ителмәне. Төҙөп бөтөлмәгән танхаустарҙың 11 өлөшсөһөнә декабрҙә компенсация түләү күҙаллана. Был биҫтәлә йәшәгәндәр инфраструктура менән тәьмин ителгән – ике балалар баҡсаһы һәм мәктәп һалынған.
Киләһе йылдың беренсе кварталында Нефтекамала алданған өлөшсөләрҙең һуңғы йортон төҙөп бөтөү планлаштырыла. Ҡалалағы башҡа яңы объекттар эскроу иҫәпте файҙаланып, яңы финанс системаһы буйынса төҙөлә.
Өфөлә “Миловка паркы” объекты мәсьәләһе хәл ителгән. Һөҙөмтәлә 22 йортто төҙөп бөтәсәктәр, ҡалған икәүһе буйынса компенсация түләү ҡаралған. Шулай уҡ “Көмөш шишмә” торлаҡ комплексы мәсьәләһе хәл ителә.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 2945 өлөшсөгә бәйле 59 объект буйынса һорауҙар ҡаралған. Төбәктә барлығы 7578 килешеүе булған 125 проблемалы йорт бар. Уларҙың мәсьәләләре махсус фондтар ярҙамында 2023 йылға тиклем хәл ителергә тейеш, йәғни 4218 граждандың өлөшө булған 87 объектты тапшырыу планлаштырыла, шулай уҡ элекке төҙөүселәр йәки инвесторҙар ярҙамында төҙөлөштө тамамлау (21 объект – 2106 граждан), башҡа юлдарҙы файҙаланып, шул иҫәптән һатып алыу юлы менән (биш объект – 99 граждан).
Алданған өлөшсөләрҙе фатир менән тәьмин итеү республикала ғына түгел, ә бөтә илдә ҡырҡыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш башлау менән үк был проблеманың өҫтөнлөклөлөгөн билдәләне. Әле башҡарылған эштәр был йүнәлешкә ныҡлы иғтибар бирелгәне хаҡында һөйләй.
Фото: тапшырыуҙан скриншот.