Башҡортостанда 55 көн эсендә төҙөлгән инфекция госпиталенең проекты башҡа төбәктәрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла.
Бына ошо хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. “Рәсәй Федерацияһының 10-дан ашыу төбәге үҙҙәренең биләмәһендә беҙҙәге кеүек инфекция үҙәген төҙөү хаҡында белдерҙе. Фотола – Силәбелә беҙҙең проект буйынса төҙөлгән госпиталь. Йәшермәйем, концепция менән ярҙам иттек, төҙөүселәребеҙ ҙә көс түкте. Улар, әлбиттә, беҙҙең кеүек 55 түгел, 74 көндә төҙөнө. Беҙҙең проектты күршеләребеҙҙең тормошҡа ашырыуы һөйөнөслө.
Архитектор Андрей Стариков етәкселегендәге “Арт-статус” компанияһына рәхмәт белдерге килә. Ул үҙенсәлекле проектты бик ҡыҫҡа ваҡытта эшләне һәм республика Хөкүмәтенә бушлай тапшырғайны.
Короновирус инфекцияһының таралыуы менән бәйле хәлдәр хәҙер бик ныҡ етди. Зубов ауылындағы беренсе госпиталь 100-ләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итте. Әле лә ул тулы. Әле Стәрлетамаҡта икенсеһен төҙөйбөҙ. Төҙөлөш ваҡыты – 50 көн. Планканы тағы күтәрәбеҙ. Иң мөһиме: яңы инфекция госпиталендә табиптарҙың барлыҡ теләктәрен иҫәпкә алдыҡ, шуға күп функциялы итеп төҙөйбөҙ. Унда операциялар, бала табыу, балалар һәм ҡабул итеү бүлексәләре ҡаралған. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: ике айҙан кәм ваҡыт эсендә юғары технологиялы, заманса медицина ойошмаһын төҙөйбөҙ. Уның кеүектәр, моғайын, донъяла юҡтыр. Функциональ йәһәтенән дә, бинаның тышы буйынса ла һәм уға яҡын биләмәнең төҙөкләндереүе яғынан да. Барлыҡ шарттарҙы иҫәпкә алдыҡ.
Шулай итеп, 1 декабрҙә Стәрлетамаҡта яңы инфекция үҙәге эш башлаясаҡ. Барыһы хаҡында ла һөйләрбеҙ һәм күрһәтербеҙ. Ҡабатлайым: ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм Башҡортостандың инфекция үҙәктәрен төҙөлөшөндәге уңышлы тәжрибәһе илдең башҡа төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә таралыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ.