“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проектын 2019 йылдың авгусынан башлап “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырып килә.
Ошоға тиклем академия эше республиканың төрлө район-ҡалаларында үткәрелеп килде. Туғыҙ тапҡыр – Стәрлетамаҡ, Нефтекамск, Дәүләкән, Ишембай, Учалы, Баймаҡ, Иглин, Шишмә һәм Бәләбәй ерҙәрендә – үткәрелеп өлгөргән сараларҙа 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Пандемияға бәйле хәл сәбәпле, сираттағы форумды онлайн-тәртиптә үткәрергә хәл ителгән. Уның барышын республика халҡы БЮТ каналы аша ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Асыҡ академия өсөн ғәҙәти темалар – һаулыҡ һәм матурлыҡ, балалыҡ һәм әсәлек, сәнғәт, стиль, психология һәм үҙаллы үҫеш. Был юлы улар буйынса студияға саҡырылған эксперттар фекер алыша. Дискуссияла билдәлелек яулаған шәхестәр, шул иҫәптән йырсы Алһыуҙың да ҡатнашыры көтөлә.
Яңы форматта үткәрелгән сараның ҙур өҫтөнлөгө бар: унда республикабыҙҙа йәшәгән гүзәл заттар ҡайҙа – алыҫ ауылдамы, ҡалаламы – йәшәгәненә ҡарамай ҡатнаша ала. Уларға төрлө өлкәләге белгестәрҙең кәңәштәрен тыңлап, файҙалы мәғлүмәттәр алыу форсаты бирелә.