Социаль мәсьәлә
14 Ноябрь 2020, 06:00

15 меңдән ашыу кеше йылылыҡһыҙ тороп ҡалған

Көндәр һалҡыная башлау менән ошондай күңелһеҙ хәбәр ишетелде.

13 ноябрҙә Белорет ҡалаһында магистраль йылылыҡ үткәргестән һыу ағып китеү сәбәпле, Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 52-се йорт эргәһендә авария теркәлгән.
Белорет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария зонаһына 15 меңдән ашыу кеше йәшәгән 176 фатир, социаль йәһәттән мөһим 14 объект – балалар һәм завод поликлиникаһы, туберкулезға ҡаршы диспансер, 17-се, 20-се, 14-се һәм музыкаль мәктәптәр, 23-сө, 24-се, 27-се, 31-се, 5-се, 29-сы мәктәптәр, педагогия колледжы эләгә.
Авария урынында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, уның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Олеся Борисенко, махсус хеҙмәттәр етәкселәре булған. Мәсьәлә хәл ителә башлаған.
Бишгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Белоретта алты градус тирәһе һалҡын.
Фото: flashnord.com
Читайте нас