Конкурс республика Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бүздәк районында был сарала Ҡаңны-Төркәй, Күҙәй һәм Арыҫлан ауылдары ҡатнашты. Бөгөн иһә дистанцияла был конкурстың муниципаль этабы еңеүсеһе билдәләнде.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, уларҙың ярҙамсыларына төрлө йөкләмәләр бирелде. Улар сәләмәтлек, спорт, тарих, мәҙәниәт һәм башҡа темалар менән бәйле ине. Һөҙөмтәлә Ҡаңны-Төркәй ауылы еңеп сыҡты. Уның халҡы республика кимәлендәге конкурста Бүздәк районы исеменән сығыш яһаясаҡ.