Өлкәндәрҙең күбеһе йыл аҙағына тиклем рәсмиләштерелергә тейешле өс төрлө пособие тураһында белмәйҙер, моғайын. Был пособиеларҙы төбәк власы органдары финанслай, ә аҡсаны социаль яҡлау бүлексәләре тәғәйенләй.
Өлкән йәштәге кеше дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән дауаланыуға барыуҙан баш тартһа, бының өсөн компенсация алырға була. Өҫтәмәнең күләме айына уртаса 200 һум тәшкил итә.
Шулай уҡ партнер магазиндарҙан аҙыҡ-түлек һатып алыуға пособие бирелә. Төбәк власы “Пятерочка”, “Дикси”, “Магнит”, “Перекресток” һәм ҡайһы бер башҡа магазиндар менән килешеү төҙөгән. Өлкәндәргә квартал һайын (ике мең һумдан алып) һәм йыллыҡ (өс меңдән ете мең һумға тиклем) түләүҙәр тәғәйенләнә.
Тәүге кәрәк-яраҡҡа тип бирелгән пособиены аҙыҡ-түлеккә генә түгел, башҡа тауарҙарға ла тотонорға мөмкин. Ҡайһы саҡта социаль яҡлау органдары отчет өсөн магазин чектарын талап итә. Бындай пособие бер тапҡыр түләнә.
Ошо дәүләт ярҙамы сараларынан киләһе йылда файҙаланыу өсөн белгестәр 2020 йыл аҙағына тиклем ғариза яҙырға кәңәш итә.
Социаль селтәрҙә һәм билдәһеҙ мессенджерҙарҙа алдаҡсылар пенсионерҙарға өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеге тураһында ялған хәбәр тарата. Йәнәһе, өлкән йәштәгеләр пенсияһына өҫтәмәне туранан-тура банк картаһына күсертә ала.
Пенсионерҙарға шылтыратып, үҙҙәрен ярҙам хеҙмәте вәкиле тип таныштыралар һәм аҡсаны күсереү өсөн банк картаһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һорайҙар. Әммә был мәғлүмәтте алдаҡсылар үҙ мәнфәғәтендә файҙалана – кешенең һаҡламдағы аҡсаһын урлай.
Рәсәй Пенсия фондынан, илдә бындай түләүҙәр юҡ, тип белдерҙеләр. Шулай уҡ фонд хеҙмәткәрҙәре шәхси мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә хәбәр итеүҙең (айырыуса телефон аша) хәүефлелеге хаҡында ла иҫкәртә.