Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сауҙа селтәрҙәре пенсионерҙар өсөн "бәхетле сәғәттәр" ваҡытын үҙгәртте. Был ҡурсаланыу режимында булған 65 йәштән өлкән кешеләрҙең мәнфәғәтендә эшләнде.
Белеүегеҙсә, ҡайһы бер магазиндарҙа билдәле ваҡытта өлкән йәштәгеләр өсөн ташламалар ғәмәлдә. Ҡурсаланыу режимына ярашлы, хәҙер уларҙың ваҡыты ла үҙгәрҙе.
Мәҫәлән, "Магнит" супермаркеттарында дүшәмбенән йомағаса асылғандан алып төшкө 1-гә тиклем "бәхетле сәғәттәр"ҙә тауарҙы 10 процентлыҡ ташлама менән һатып алырға була.
"Лента"ла шулай уҡ дүшәмбенән йомаға хәтлем иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 1-гәсә 10 процентҡа осһоҙораҡ хеҙмәтләндерәләр. "Ашан"да ла ошо уҡ көндәрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән төшкө 12-гә тиклем ете процентлыҡ ташлама ғәмәлдә.
"Пятерочка" магазиндарында асылғандан алып төшкө сәғәт 1-гә тиклем дүшәмбелә – 10 процент, башҡа көндәрҙә биш процент ташламаға өмөт итергә мөмкин.
"Байрам" селтәрендә пенсионерҙың социаль картаһын күрһәтһәгеҙ, 600 тирәһе тауарға 20 проценттан да кәм булмаған ташлама бирәсәктәр. Шулай уҡ тәмәке һәм араҡы, махсус акция булған продукциянан тыш, иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 1-гәсә өҫтәмә өс процент ташлама бар.
Ололар өсөн "Бәхетле сәғәттәр" йәнә "Полушка", "Ярмарка", "Малинка", "Лукошко", "Корзинка", "Фасоль", "АИФ", "Альдо", "Феличита", "Нолан"да индерелгән. Сәғәт 11-ҙән 1-гәсә уларҙа, тәмәке, араҡы, акцияла ҡатнашҡандарынан тыш, тауарҙы өс процентҡа осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алырға була.