Социаль мәсьәлә
17 Ноябрь 2020, 09:16

Хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме?

– Быйыл ғына хаҡлы ялға сыҡтым. Пенсиямды яңылыш иҫәпләгәндәр, тип уйлайым. Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт иткәйнем, барыһы ла дөрөҫ, 2015 йылдан 2020 йылға тиклем эшләмәгәнгә күрә, страховка иғәнәләре түләмәгәнһегеҙ, тип яуап бирҙеләр. 2015 йылға тиклем 35 йыллыҡ эш стажым бар, шул иҫәптән эске эштәр органдарында 10 йыл хеҙмәт иттем. Пенсияға биш йыллыҡ иң ҙур эш хаҡы осорон индереүҙе һораным. Әле иһә Пенсия фондынан белешмә ҡағыҙы алдым да аптырауға ҡалдым: расписка менән раҫланған документ­тарҙың барыһын да алдан уҡ тапшырыуға ҡарамаҫтан, һигеҙ йыл стажым бөтөнләй индерелмәгән. Миңә нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Адвокат ялларғамы, әллә был мәсьәләне үҙем генә хәл итә аламмы?

– Быйыл ғына хаҡлы ялға сыҡтым. Пенсиямды яңылыш иҫәпләгәндәр, тип уйлайым. Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт иткәйнем, барыһы ла дөрөҫ, 2015 йылдан 2020 йылға тиклем эшләмәгәнгә күрә, страховка иғәнәләре түләмәгәнһегеҙ, тип яуап бирҙеләр. 2015 йылға тиклем 35 йыллыҡ эш стажым бар, шул иҫәптән эске эштәр органдарында 10 йыл хеҙмәт иттем. Пенсияға биш йыллыҡ иң ҙур эш хаҡы осорон индереүҙе һораным. Әле иһә Пенсия фондынан белешмә ҡағыҙы алдым да аптырауға ҡалдым: расписка менән раҫланған документ­тарҙың барыһын да алдан уҡ тапшырыуға ҡарамаҫтан, һигеҙ йыл стажым бөтөнләй индерелмәгән. Миңә нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Адвокат ялларғамы, әллә был мәсьәләне үҙем генә хәл итә аламмы?


– Иң элек Пенсия фондына мөрәжәғәт итеп, хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарын тулыһынса стажға индереү тәртибен, ҡайһы бер осорҙарҙың стажға индерелмәүе сәбәбен яҙма аңлатыуҙы һорарға кәрәк. Бәлки, ҡайһы бер документтар дөрөҫ тултырыл­мағандыр йәки эш стажын раҫлаған документтарҙы ведомстволарҙан юлларға кәрәктер. Ниндәйҙер эш дәүерен суд аша иҫбатларға ла кәрәк булыуы ихтимал. Яуап алғас, уның менән килешмәһәгеҙ, юғары ойошмаға – Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһенә ялыу итергә мөмкин. Контроль ида­ралығы, белгестәрҙең ғәмәлдәренең законлылығын тикшереп, һеҙгә дәлилле яуап бирер.


– Ҡайным быйыл февралдә хаҡлы ялға сыҡты. Пенсияһына төбәк өҫтәмәһен алғаны юҡ ине. Әле шуны юлларға булдым. Был аҡса уға февралдән түләнерме, әллә ғариза яҙған мәлдәнме?

– Ҡануниәткә ярашлы, барлыҡ социаль түләүҙәр, шул иҫәптән социаль өҫтәмәләр ҙә граждан Пенсия фондына мөрәжәғәт иткән мәлдән тәғәйенләнә, уҙған осор өсөн аҡса түләнмәй.


– Пенсияның дөрөҫ иҫәпләнеүен ҡайҙа тикшертергә була икән? Ирем 25 йыл “ҡыҙыу” стажға эйә, Төньяҡта эшләгән өсөн өҫтәмәләре лә бар, ә пенсияһы бик аҙ.

– Пенсияның дөрөҫ тәғәйенләнеүен тикшереү тураһындағы ғариза менән Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Контроль идаралығы стаж, эш характеры һәм хеҙмәт хаҡы тураһындағы документтар нигеҙендә пенсияның дөрөҫ иҫәпләнеү-иҫәпләнмәүен тикшереп, аныҡ яуап ҡайтарыр. Иҫәп-хисапта хата булһа, уны шунда уҡ төҙәтерҙәр.


– Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем дөйөм эш стажым 22 йыл да ике ай. Пенсия бүлексәһендә шу­ның 18 йыл һәм дүрт айын ғына иҫәпкә алғандар. Пенсияны иһә 14 йыл өсөн генә түләйҙәр, эш урынынан алынған белешмә ҡағыҙҙарын иғтибарға алмағандар. Был дөрөҫмө?

– Пенсия фонды документтар дөрөҫ тултырылмаған осраҡта ғына эш стажын иҫәпкә алмауы ихтимал. Эш биреүсе страховка иғәнәләрен түләмәгән хеҙмәт эшмәкәрлеге осоро 2002 йылдан һуң пенсия тәғәйенләгәндә иҫәпкә алынмай. Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарының эш стажына индерелмәүе сәбәбен Пенсия фонды белгестәренән асыҡлай алаһығыҙ.


– 2012 йылда 60 йәш тулғас, хаҡлы ялға сыҡтым. Пенсияны иҫәпләү өсөн 1977 йылдан 1982 йылға тиклем биш йыл хеҙмәт итеүем тураһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре архивынан белешмә ҡағыҙын да тапшырҙым. Тик был документта төрлө йылдарҙа биш айлыҡ эш хаҡы тураһындағы мәғлүмәт яҙылмаған. Хеҙмәт иткән урын буйынса финанс бүлегенә ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт иткәйнем, хәрби хеҙмәткәр командировкаға йәки ялға киткәндә аҡсаның айырым ведомость буйынса түләнеүе тураһында белдерҙеләр. Ә архивҡа дөйөм ведомостар ғына ебәрелгән. Айырым ведомостар (йәшерен эш ҡағыҙҙары булғанға күрә), етәкселектең ҡарарына ярашлы, юҡ ителгән. Шуға ла Пенсия фонды биш айлыҡ эш хаҡын иҫәпкә алмаған. Һөҙөмтәлә пенсия коэффициенты 1,2-гә кәмегән. Кәңәш бирегеҙсе, ғәҙеллекте нисек тергеҙергә?

– “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закон 2002 йылға тиклем теләһә ҡайһы биш йылға эш хаҡтарының нисбәте коэффициенты күләмен тик эш стажы һәм хеҙмәт хаҡы тураһындағы белешмә ҡағыҙҙары нигеҙендә генә иҫәпләүҙе рөхсәт итә. Шул уҡ ваҡытта эш тураһындағы мәғлүмәттәрҙең бер предприятиела ғына теркәлеүе мотлаҡ түгел, иң мөһиме – эш хаҡы өҙлөкһөҙ 60 айҙыҡы күрһәтелһен. Пенсия күберәк тәғәйенләнһен өсөн, фондҡа башҡа эш осорҙары тураһындағы документ тапшыра алаһығыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, закон эш хаҡы күләмен суд аша раҫлауҙы рөхсәт итмәй. Түләү документтары юҡ ителгән икән, тимәк, һеҙгә юғарыраҡ эш хаҡы алған башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге осоро өсөн белешмә ҡағыҙы алырға кәрәк.


– Пенсияға сығыу өсөн 1,4 балл етмәй. Архивта өлөшләтә 3,2 айлыҡ эш стажы осорон таптылар. Шулай уҡ эш хаҡы тураһында белешмә ҡағыҙы ла бирҙеләр, ләкин уны иҫәпкә алмайҙар. 1986 йылдан 1989 йылға тиклем эшләгән өс йыл 1,4 балға етерме икән? Әйткәндәй, артабан да ошо уҡ ерҙә эшләнем, тик ул “яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт” итеп үҙгәртелде. Архивта был турала бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.

– Эш стажы нигеҙендә пенсия балы күләмен Пенсия фонды белгестәре генә иҫәпләй ала. Законға ярашлы, эш стажын судта шаһиттар раҫлай ала.


– “173-сө Федераль закондың 30-сы статьяһындағы 2-се пунктты Төньяҡта эшләгәндәр өсөн ҡулланыу тураһында”ғы 2003 йылдың 22 апрелендәге аңлатмаларҙың 6-сы пунктына ярашлы, миңә ҡарата арттырылған эш хаҡы тәртибе ҡулланылырға тейеш, сөнки миңә ике бала әсәһе булғанға һәм Алыҫ Төньяҡта эшләгәнгә күрә пенсия ваҡытынан алда, 1989 йылда (2001 йылға тиклем үк) тәғәйенләнде. Шул уҡ ваҡытта Алыҫ Төньяҡтан 2000 йылда, йәғни 2001 йылдың 1 авгусына тиклем, үҙебеҙҙең яҡҡа күсеп ҡайттым. Хөкүмәт тарафынан раҫланыуға, Пенсия фонды менән яраштырылыуға ҡарамаҫтан, ниңә был аңлатма положениелары судта иҫәпкә алынмай? Мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа юлы бармы? Сөнки пенсиям ике мең һумға кәмене.

– Судтар закон положениелары һәм Хөкүмәт ҡарарҙары нигеҙендә генә ҡарар сығара. Был ҡарарҙы юғары инстанция – Юғары йәки төбәк судтары ғына тикшерә, ғәмәлдән сығара ала, шуға күрә һеҙ юғарыраҡ инстанцияға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас