Ысынлап та, республикалағы был күренеште “ФАП-тар ямғыры” тип атап та өлгөрҙөләр. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: бер йыл эсендә республикала 100 самаһы өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылһын әле!
Был турала йыл башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та фекерен белдергәйне.
“Ауылда йәшәгән кеше генә фельдшер-акушерлыҡ пунктының әһәмиәтен аңлайҙыр. Был медицина ғына түгел, ә һәр ауылдың тормош үҙәге. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, оҙаҡ йылдар ауыл медицинаһына тейешле иғтибар бүлмәнек. Бынан тыш оптимизация сиктәрендә булғандарын да “турап” бөттөк. Әлеге көндә республикала 2098 ФАП иҫәпләнә, уларҙың 60 процентын ремонтларға кәрәк. 2024 йылға тиклем иҫкергән һәм эштән сыҡҡан бөтә ФАП-тарҙы алмаштырырға тигән ҡарарға килдек. Ә республикала уларҙың һаны 406. Тимәк, йыл һайын 100-ҙән кәмерәк төҙөмәҫкә”, – тип яҙғайны республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә.
Әйтелде, эшләнде. Республикала быйыл ысынлап та бик күп ФАП-тар һәм табип амбулаториялары төҙөлдө. Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эштең тәүге йомғаҡтары ҡаралды.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала модулле конструкциялы ФАП-тар һәм халыҡ һаны 101-ҙән 2000 кешегә тиклем булған ерҙәрҙә табип амбулаторияларын төҙөү буйынса планлы эш алып барыла. Был маҡсатта 2020 йылда федераль һәм республика бюджеттарынан 320 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл ғына 94 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты (амбулаториянан тыш) алыу һәм урынлаштырыу планлаштырыла. 79-ы – федераль аҡса иҫәбенә. Сағыштырыу өсөн: 2016 – 2019 йылдарҙа республикала бөтәһе 80 ошондай пункт асылған.
Бөгөнгә ҡарата 96 модулле конструкция алыуға контракт төҙөлгән, уларҙың 93-ө ФАП һәм өс табип амбулаторияһы.
Уларҙы урынлаштырыу 41 район һәм ике ҡала округында башҡарыла. 12 ноябргә ҡарата 74 ФАП-ты монтажлап бөткәндәр.
Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, бындай төр ФАП-тарҙы һатып алыу һәм ҡуйыу райондарҙа ике яҡ өсөн дә уңайлы шарттарҙа башҡарыла. Муниципаль район хакимиәте ер участкаһы бүлә, инженер селтәрҙәрен (электр, һыу, канализация, йылылыҡ) тоташтырыуҙы тәьмин итә, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндерә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иһә модулле ФАП-ты һатып алыу, урынлаштырыу, уны кәрәкле медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һис шикһеҙ кадрҙар ҙа кәрәк. Быны иҫәптә тотоп, республикала фельдшерҙар өсөн дә һәйбәт программалар эшләй. Мәҫәлән, уларға төбәк бюджетынан “Ауыл фельдшеры” программаһы сиктәрендә бер тапҡыр 500 мең һум аҡса түләнә. Әлеге маҡсатта 2017 йылдан 2019 йылға тиклем был түләүҙе 176 белгес алып, ауылға ҡайтып фельдшер булып эш башлаған. 2020 йылда республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса бүленгән. Был ауыл еренә урта медицина белемле йәнә 44 белгесте йәлеп итеү мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы заявка кампанияһын уңышлы үткәргән һәм федераль бюджеттан беренсел медицина звеноһын үҫтереү өсөн 2024 йылға тиклем 15 миллиард һум аҡса аласаҡ.
2021 йыл пландарына килгәндә, ауылдарҙағы 62 авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырыу планлаштырылған да. Был маҡсатта 229 миллион һум бүленгән.
Өфө тирәһендә урынлашҡан ауылдарҙа ла ФАП-тар асыла. Бер уйлап ҡараһаң, баш ҡалаға килеп етеү өсөн әллә ни йыраҡ та түгел кеүек, тик барыбер тығын-фәләндәр менән кәмендә берәй сәғәт ваҡыт үтеп китә. Һәр бер ваҡ мәсьәлә буйынса ҙур ҡалаға йөрөү уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға күрә был ауылдар ҙа яңы ФАП-ҡа мохтажлыҡ кисерә.
Ошоларҙы иҫәптә тотоп, Өфө районында ла быйыл байтаҡ ҡына беренсел медицина пункттары асылды. Шуларҙың береһе – Өфөнөң Орджоникидзе районына ҡараған Иҫке Турбаҫлы ауылында. Унда ФАП тантаналы шарттарҙа быйыл йәй асылғайны. Бында кешеләргә ярҙам итеү өсөн бөтөн шарттар бар.
Был бинаны төҙөү һәм уны кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн аҡсаны, Башҡортостан Республикаһы менән “Роснефть” компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, “Башнефть” берекмәһе бүлгән.
Әлеге медицина учреждениеһы баш ҡаланың 18-се ҡала клиник дауаханаһына беркетелгән һәм ауылда йәшәгән ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, персонал эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бында прививка яһау кабинеты, процедуралар бүлмәһе, ҡарау-манипуляциялар эшләү кабинеты, хужалыҡ блогы, дарыухана киоскы, персонал бүлмәһе, гардероб бар, уңайлы йыһаздар, кәрәкле медицина әйберҙәре, интернет менән тәьмин ителгән. Пунктта беренсел медик-санитар ярҙам, шул иҫәптән кисектергеһеҙ һәм акушер-гинекологик ярҙам күрһәтелә, медицина анализдары алына. Бынан тыш, графикка ярашлы, тар белгестәр ҙә ҡабул итә.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы итеп төҙөлә. Әйткәндәй, ФАП-тан тыш, бында берҙәм комплекс итеп фельдшер Гүзәл Маннапова өсөн йорт та һалынған. Ул йыһазландырылған һәм йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Табип бында ире Владимир һәм ике ҡыҙы – Ангелина һәм Лилиана менән йәшәй.
ФАП менән бергә фельдшерға өй һалып биреү кеүек матур башланғыс башҡа райондарҙа ла тормошҡа ашырыла.