Социаль мәсьәлә
20 Ноябрь 2020, 07:51

Шәфҡәтлеләргә шәфҡәтле булайыҡ

Ни өсөн Рәсәйҙә табиптар етешмәй?

“Ниһайәт, кешелек донъяһы футбол һәм хоккей “бомбардирҙарын” түгел, ә табиптарҙы ҡәҙерләргә кәрәк икәнен аңланы шикелле...” – был һүҙҙәрҙе бер Европа сәйәсмәне пандемия башланған осорҙа уҡ әйткәйне. Ысынлап та, бөтә өмөтөбөҙ – һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәрендә. Ғалимдар вакцина өҫтөндә эшләгәнсе, улар быны көтөп тора алмай, көнө-төнө кешеләрҙе ҡотҡарыу менән мәшғүл. Уларҙан: “Ә үҙегеҙҙең хәлегеҙ нисек?” тип һорарға күптән ваҡыт.


“Һеҙҙең миссия – изге”


– Һеҙгә унда барыуы ҡурҡы­ныстыр, бәлки, әммә һеҙ ауыр, изге миссия башҡараһығыҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел Башҡорт­остан медицина университеты ординаторҙары менән видеоконференцияла осрашҡанда. Буласаҡ медиктарҙы терапевтарға ярҙам күрһәтеү өсөн Өфө поликлиникаларына ебәрҙеләр.
Университет ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, 150 студент-ординатор эш практикаһына стажер сифатында сыҡты. Резервта тағы 200 кеше бар, улар медицина ойошмаларының саҡырыуын көтә. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау систе­маһында 1200-ҙән ашыу ординатор эшләй. Кәңәшсе-тәрбиәселәр фекеренсә, улар коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәш шарттарында үтә кәрәкле тәжрибә туп­лай һәм белемдәрен эштә һынап ҡарай.
– Бөгөн республика халҡына, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына һеҙҙең ярҙам кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. – Медицина белгестәре ныҡ арыны, ә сирлеләр һаны көн­дән-көн арта. Хәҙерге бурысыбыҙ – медицинаның тәүге ярҙам звеноһын нығытыу. Поликлиника­ларҙа терапевтар һәм шәфҡәт туташтары етешмәй, шуға күрә һеҙҙең табип-стажер сифатындағы ярҙамығыҙ бик ваҡытлы булыр, тип өмөт итәбеҙ. Аңлайым, тәжрибә әлегә етеңкерәмәй. Хатта бер аҙ ҡурҡыу хисе лә барҙыр, шуға күрә иң мөһиме – үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, барлыҡ санитария талаптарын һәм эпидемиологияға ҡаршы сараларҙы күҙәтергә онотмағыҙ.


Табиптар аҙая


Эйе, медицина университетынан да буласаҡ табиптарҙы эшкә йәлеп итергә ынтылыу юҡҡа ғына түгел – былтырғы йыл менән сағыштырғанда, республикала табиптар һаны 197 кешегә, йәғни 1,4 процентҡа кәмегән. Был турала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йылдың өсөнсө кварталы буйынса отчет докладынан билдәле булды.

Министрлыҡ табиптар һанын тейешле кимәлгә еткереү маҡса­тына өлгәшә алмаған. 2020 йылда һәр 10 мең пациентҡа 37 табип тура килергә тейеш ине, ғәмәлдә был күрһәткес 35,8 булды. Медик­тар­ҙың кәмей барыуының сәбәп­тәре һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында кадрҙар ағымының ҙур булыуына, оло йәштәге табиптар­ҙың пенсияға китеүенә ҡайтып ҡала. Быйыл ғына ла барлыҡ табиптар­ҙың 20 проценты пенсияға сыҡҡан. Хеҙмәт хаҡының ҙур булмауы, ауыр һәм хәүефле хеҙмәт шарттары, эштең көсөргәнеш­лелеге, юғары кимәлдәге стресс, торлаҡ алыуҙағы ауырлыҡтар арҡаһында медицина хеҙмәткәр­ҙәре эштән китә.
Шулай уҡ амбулатория шарттарында медицина ярҙамы күрһәт­кән табиптар һаны ла кәмей. Былтырғы йыл менән сағыштыр­ғанда, улар 180 кешегә, йәғни 2,1 процентҡа аҙайған. “Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бы­йылғы ғинуар – июндә Башҡорт­останда 14,3 мең табип эшләгән һәм уларҙың уртаса эш хаҡы 71 мең һум булған. Уртаса медицина персоналының һаны шул осорҙа – 37,4 мең, бәләкәй медперсонал – ике мең кеше.


Бәлә яңғыҙ йөрөмәй...


Коронавирус менән сирләүҙең артыуы шарттарында Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә табиптар һәм башҡа медицина хеҙмәт­кәрҙәре етешмәүе тураһында хәбәр итәләр. Ауырыуҙар менән даими бәйләнештә булған күп табиптар хәҙер үҙҙәре сирләй, ауыр эш шарттары арҡаһында күптәр дауалау учреждениеларынан китергә мәжбүр.
“Росстат”тың 2018 йылғы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ул саҡта ла Рәсәйҙә 50 мең табип һәм шул сама уҡ урта медицина хеҙмәткәрҙәре урындары буш, йәғни вакансия булып иҫәпләнгән. “РБК” агентлығы хәбәр итеүенсә, был – дәүләт учреждениеларында һәм хосуси клиникаларҙа табиптар етешмәүе тураһындағы беренсе мәғлүмәт. Ошо уҡ агентлыҡ белдереүенсә, 2019 йыл аҙағына ла хәл үҙгәрмәгән тиерлек.
Табиптар иң күп етешмәгән төбәк – Камчатка крайы: унда табиптар, шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙарҙың 20 проценты етмәй. Крайҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, төбәк хөкүмәте был яҡҡа эшләргә килергә теләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә төрлө социаль ярҙам күрһәтергә әҙер.
Табиптарға ҡытлыҡ буйынса икенсе урынды Смоленск өлкәһе ала. Бында 2,7 мең табип, шәфҡәт туташы һәм фельдшер урындары, йәғни кәрәк булғандың 18 проценты вакансия булып иҫәпләнә.
– Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ беҙҙең төбәккә генә түгел, Үҙәк федераль округтың башҡа өлкәләренә лә хас, – ти Смоленск өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау буйынса департаменты етәксеһе Кристина Рябкова. – Был хәлгә белгестәрҙең күршеләге Мәскәү өлкәһенә һәм ҡалаһына китергә ынтылыуы кире йоғонто яһай.
Табиптар етешмәү кимәле буйынса өсөнсө урында торған Псков өлкәһендә медицина хеҙмәткәр­ҙәренә ҡытлыҡты, киреһенсә, кәметеүгә өлгәшкәндәр: 2018 йылда “Росстат” был төбәктә табиптар һәм урта медицина персоналы буйынса 2,3 мең вакансия барлығын иҫәпләһә, 2019 йылдың 1 декабренә ҡарата бер мең самаһы урын ғына буш булып сыҡҡан. Бәлки, штатты кәметкәндәрҙер? “РБК” агентлығының был һорауы яуапһыҙ ҡалды.
“Росстат” иҫәпләгән осорға, Рәсәй буйынса уртаса алғанда, табиптар 10 процентҡа етешмәй, ә урта медицина персоналы урындарының дүрт проценты буш ине. Бигерәк тә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте белгестәргә ҙур ҡытлыҡ кисерә – бында һәр дүртенсе вакансия буш.
– Медиктар “Ашығыс ярҙам”ға эштең көсөргәнешле, ә хеҙмәт хаҡының түбән булыуы арҡаһында барырға теләмәй, – ти ошо төр медицина хеҙмәтләндереүе профсоюзы рәйесе Дмитрий Беляков. – Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһындағы “Ашығыс ярҙам” бригадаларының 90 проценты самаһы бүтән ҡала һәм өлкәләрҙән килгән табиптарҙан тора, уларҙы баш ҡалаға ҙурыраҡ эш хаҡы ылыҡтыра.
Эш эҙләү буйынса “SuperJob” сервисына нигеҙ һалған Алексей Захаров билдәләүенсә, Рәсәйҙә бер табип вакансияһына – 1,6, ә урта һәм кесе медицина персоналы урынына өсәр резюме тура килә. Әммә Көньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарында вакансиялар һаны резюмеларҙы уҙып киткән. Уларҙа бер урынға 0,6 – 0,8 резюме ғына тура килә. “Һуңғы өс йылда медицина хеҙмәткәрҙәре эш хаҡы буйынса тәҡдим уртаса 11–20 процентҡа үҫә”, – ти ул.
Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм идара итеү буйынса юғары мәктәп ректоры Гүзәл Улумбекова раҫлауынса, хеҙмәтләндереү участкалары буйынса 37 мең табип етешмәй. Урта медицина персоналына ҡытлыҡ 66 мең белгес тәшкил итә, барлығы 149 мең кеше кәрәк. 20 мең фельдшерға, “тар” белгестәрҙән иһә 30 мең табипҡа мохтажбыҙ.
– Беҙҙә, нормативҡа ярашлы, бер участка терапевына 1,7 мең граждан тура килергә тейеш, ғәмәлдә улар өсәр мең кешене хеҙмәтләндерергә мәжбүр, – ти ул. – Һөҙөмтәлә табипҡа ҡабул итеүгә эләгеү ҡыйынлаша һәм сифат зыян күрә. Был – Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһындағы иң ҙур проблема.
Был хәлдең төп сәбәптәренең береһе – эш хаҡының түбән булыуы, тип иҫәпләй эксперт. Әлеге көндә беренсе звено табиптарының хеҙмәте тармаҡ буйынса уртаса алғандан аҙыраҡ түләнә. “Бер ярым йәки ике ставкаға эшләп тә, улар 30-35 мең һумдан ашыу алмай, был ҡайһы төбәктә йәшәүеңә лә ҡарай, – ти ул. – Отчеттарҙың күп булыуы ла дауалау эшенең сифатын яҡшыртырға бирмәй, улар күп ваҡытты ала. Эш хаҡына килгәндә, улар медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 1,5 тапҡырға арттырылырға тейеш”.


Ниндәй саралар күрелә?


Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһының барлыҡ кимәлдәрен дә 2024 йылға тиклем кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.
– Медицина юғары уҡыу йорт­тарындағы “Дауалау эше” буйынса һөнәрҙең – 70, педиатрия буйынса – 75, ә ординатураның иң ҙур ҡытлыҡ кисергән йүнәлештәре буйынса 100 проценты маҡсатлы шарттарҙа ҡабул ителергә тейеш, – тине Президент. – Был осраҡта эшкә урынлаштырыуҙа гарантия ла булһын. Маҡсатлы уҡытыуҙы федераль үҙәктәр өсөн дә ҡарарға кәрәк.

Рәсәй төбәктәрен кадрҙар менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итеү өсөн Владимир Путин медицина юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү тәртибен үҙгәртергә, тигән тәҡдим индерҙе: яңы уҡыу йылында бюджет урындарының 70 процентын һәм педиатрия буйынса 75 процентын маҡсатлы итергә кәрәк. Маҡсатлы уҡытыу өсөн квота бүлеү һәм эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен төбәктәр үҙҙәре хәл итергә тейеш.
Сеченов университетының ғилми советы президиумы ағзаһы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғының баш трансплантологы Сергей Готье фекеренсә, маҡсатлы урындарға квотаны арттырыу маҡсатлы булмаған ҡабул итеүгә конкурсты ла көсәйтәсәк. Урал дәүләт медицина университеты ректоры Ольга Ковтун әйтеүенсә, ҡуйылған мәсьәләне уңышлы хәл итеү мөмкинлеге ҙур. “Беҙҙә ҡабул итеү буйынса контроль һанда­рының 80 проценты маҡсатлы ҡабул итеүҙе күҙ уңында тота”, – тине ректор.

Читайте нас