Социаль мәсьәлә
24 Ноябрь 2020, 19:58

Фельдшер фатирлы булды!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Хәйбулла районының Степной ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Хәйбулла районының Степной ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.


Башҡа ауылдарҙа төҙөлгән медицина учреждениеһынан айырмалы рәүештә, ул үҙ эсенә фельдшер өсөн өс бүлмәле фатирҙы ла ала. Бындай ФАП – республикала сафҡа ингән иң тәүге проекттарҙың береһе, ул Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы республика программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылған.


Яңы медицина учреждениеһында сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған – тәүге ярҙам күрһәтеү, дарыуҙарҙы һаҡлау, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәләре, “Ашығыс ярҙам” машинаһын үткәреү өсөн айырым ҡапҡа бар. Фельдшерға тәғәйенләнгән фатирҙа эшкә тура барыу һәм урамға сығыу өсөн айырым ишектәр ҡуйылған.


Ауыл фельдшеры Әлифә Супанова ҡыуанысын йәшермәй, ул 768 кешене хеҙмәтләндерәсәк. “ФАП-тың эргәһендә фатирҙың булыуы бигерәк тә уңайлы, сөнки төн йә көнмө, ҡармы, буранмы – беҙгә кешеләр һәр саҡ мөрәжәғәт итә. Бик уңайлы булыр тип уйлайым”, – ти ул.

Был Хәйбулла районында яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты – дүртенсеһе, яҡын арала Әбүбәкер ауылында өр-яңы моделле медицина учреждениеһы сафҡа инәсәк.
Читайте нас