Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Өфөлә, Кузнецов затоны биҫтәһендә 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. “Уны 2021 йылда тапшырасаҡбыҙ. Район яңы төҙөлә, бында бик күп йәш ғаиләләр йәшәй, ә бына балалар баҡсаһында урын етмәй. Быны, ковидҡа бәйле финанс проблемалары булыуға ҡарамаҫтан, төҙәтергә кәрәк”, – тип яҙҙы ул.
Был объект республиканың Адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлә. Дөйөм хаҡы - 230 миллион һум.
Өс ҡатлы бина Академик Ғатауллин һәм Булат Имашев урамдары араһындағы кварталда урынлашасаҡ. Балалар баҡсаһының дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метрҙан ашыу буласаҡ. Ул 12 төркөмгә иҫәпләнгән, шул иҫәптән инвалидтар өсөн дә яраҡлаштырыласаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында пассажир лифты һәм аҙыҡ-түлек өсөн бәләкәй лифт ҡуйыласаҡ.
Проектҡа ярашлы уйнау биләмәһе ҡаралған, унда физкультура һәм төркөм майҙансыҡтары буласаҡ. Төркөм майҙансыҡтары бик үҙенсәлекле – ул күләгәнән ҡапланасаҡ, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ.
– Был объектты проектлау BIM-технологиялар файҙаланып эшләнгән. Был тәү сиратта иҡтисади яҡты күҙ уңында тотоп башҡарылған, – ти республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев. – Был технология эштәр башланғансы бөтә төҙөлөш процесы параметрҙарын иҫәпләй һәм билдәләй ала. Тимәк, төҙөлөш-монтаж эштәре башланғас, күрһәткестәрҙе үҙгәртеп булмай. Ә ҡағиҙә булараҡ, тап ошо үҙгәрештәр өҫтәмә сығым талап итә лә.
Әле төҙөүселәр нигеҙ өсөн нығытмалар ҡуйыу эштәрен башлаған. Оҙаҡламай улар һынау үтәсәк һәм фундамент һалына башлаясаҡ. Унан һуң техник иҙән аҫты стеналары күтәреләсәк. Шулай итеп төҙөүсе ойошма йыл аҙағына тиклем нигеҙгә бәйле эштәрҙе тамамларға уйлай.
Быйыл Республиканың адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы йыл аҙағына тиклем мәғариф тармағында 28 объект төҙөлөп бөтәсәк: мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм балалар баҡсаһы менән берләштерелгән өс мәктәп.
– Социаль объекттар төҙөү республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Бында федераль үҙәк менән тығыҙ эшмәкәрлекте лә билдәләргә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа милли проект сиктәрендә күп төҙөлөштәр алып барабыҙ. Башҡортостанда “Демография” милли проекты буйынса ғына 3228 урынлыҡ 22 балалар баҡсаһы төҙөлгән. 2020 йылға маҡсат – 3890 урынлыҡ 24 учреждение төҙөү, – тине Рәмзил Күсәрбаев.