Республикала торлаҡҡа бәйле мәсьәлә киҫкен килеш ҡала. Алданған өлөшсөләр байтаҡ әле, уларҙы хәл итеү юлдары ҡарала. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа ойошторолған тапшырыуҙа һүҙ ошо хаҡта барҙы. Фатир һатып алғанда төҙөүсене нисек һайларға, “һаҡаллы” төҙөлөштәрҙе киләсәктә нимә көтә, алданған өлөшсөләр фатирлы була алырмы – брифингта ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Уны республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская алып барҙы.
Һәр береһе буйынса – 42 пакет документ
Тапшырыуҙа төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов, Башҡортостанда бөлгөнлөккә төшкән төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләрен көйләү фонды генераль директоры Дамир Миңлебаев ҡатнашты һәм телевизор ҡараусыларҙың ошо йорттарҙың яҙмышына, төҙөлөш ваҡытына ҡағылышлы әһәмиәтле һорауҙарына яуап бирҙе.
Билдәле булыуынса, ошо Фондтың Күҙәтеү советы киләһе ултырышында банкрот-төҙөүселәрҙең алты объекты буйынса мәсьәләне ҡараясаҡ. Өфөлә “Интеграл” компанияһының – ике, “БашИнвестДом” һәм “ИнвестКапиталСтрой”ҙың берәр йортон төҙөп бөтөргә, ә Стәрлетамаҡтағы “ЕТЗК” йәмғиәтенең ике йорто буйынса компенсациялар түләргә тәҡдим ителә. Мәғлүм булыуынса, төҙөүселәргә ҡарата дәғүәләр күп, белгестәр уларҙы бик ҡатмарлы объекттар тип белдерҙе. Йорттарҙың нигеҙе һәм төҙөлөш буйынса һорауҙар бихисап.
2020 йылдың аҙағына тиклем Күҙәтеү советына тағы ла алданған 310 өлөшсөһө булған туғыҙ йортҡа бәйле проблемаларҙы ҡарау планлаштырыла. Улар – ”СамоСтрой” йәмғиәтенең ике, “БашСтройКомплект”тың ете йорто.
Дамир Миңлебаев объекттарҙы процедураларға әҙерләүҙең ни өсөн күп ваҡытты алыуын аңлатты: һәр береһе буйынса 42 пакет документ йыйырға кәрәк. Фонд объектты төҙөү буйынса ҡарар ҡабул итһә, суд аша уға төҙөүсе вәкәләттәрен тапшырырға кәрәк. Һуңынан подрядсы һайлауға конкурс үткәрелә. Төҙөлөш өс-дүрт айҙан ғына башлана, артабан барыһы ла объекттың әҙерлек кимәленә бәйле буласаҡ.
Киләһе йылдың беренсе кварталында Нефтекамала алданған өлөшсөләрҙең һуңғы йортон төҙөп бөтөү планлаштырыла. Ҡалалағы башҡа яңы объекттар, эскроу-иҫәпте файҙаланып, яңы финанс системаһы буйынса төҙөлә.
Өфөлә “Кремлевский” торлаҡ комплексын тикшереү тамамланған. Декабрҙә граждандар фатир ҡабул итеү акттарына ҡул ҡуя башлаясаҡ. Төҙөүсене алмаштырыуға бәйле бер аҙ тотҡарлыҡ тыуған.
Шулай уҡ “Көмөш шишмә” торлаҡ комплексына бәйле мәсьәлә лә хәл ителә.
Яңы төҙөүсе, биләмәлә яңы йорттар һалырға рөхсәт булһа, “Риверсайд” торлаҡ комплексын төҙөүҙе тамамларға теләй. Әле был мәсьәлә республика Башлығы Радий Хәбировҡа “Төҙөлөш сәғәте”нә ҡарауға индерелгән.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексы объекттарында төҙөлөш 2021 йылдың яҙында башланасаҡ. Әйткәндәй, ул иң ҙур объект, әле 800 кешенең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә. Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса махсус ҡарар бар. 22 йорт төҙөргә ҡарар ителгән. Уның өсөн аҡса бүленәсәге тураһында протоколға ҡул ҡуйылған. Бынан тыш, күрше торлаҡ комплексында 391 ғаилә фатир алған.
Тапшырыуҙа ҡатнашыусыларға инициатив төркөм вәкиле Виталий Листков ошо эштең ваҡытына бәйле һорау бирҙе: “Әлбиттә, беҙҙең мәсьәләне хәл итә башлауҙарынан ҡәнәғәтбеҙ, әммә өлөшсөләрҙең һорауҙары бар. Мәҫәлән, йорттар төҙөлөп бөткәс, улар ниндәй ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ? Ниндәй этаптар ҡаралған, өлөшсөләргә нимә эшләргә кәрәк?”
Башҡортостандың бөлгөнлөккә төшкән төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләрен көйләү фонды генераль директоры Дамир Миңлебаев: “Хәҙер беренсе аҙым – был функцияны төбәк фондына тапшырһындар өсөн, судта төҙөүсене алмаштырыу буйынса бөтә процедураларҙы үтеү. Быны конкурс идарасыһы менән Фонд белгесе атҡара. Һуңынан тикшереү үткәреп, проектҡа төҙәтмә индерәләр – барыһы ла конкурс нигеҙендә һәм законға ярашлы эшләнә. Быға яҡынса өс-дүрт ай ваҡыт үтә. Унан һуң төҙөлөшкә күсәбеҙ. Өлөшсөләр үҙ бурысын башҡарған, уларға тик төҙөлөштөң бөткәнен көтөргә, беҙ күргән сараларҙы контролдә тоторға, эш барышын күҙәтергә генә ҡала”, – тип яуап бирҙе.
Тиҙерәк “хәрәкәт итһен” өсөн
Бер ай элек Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль һәм төбәк фондтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә төҙөлөштәрҙе тамамлауға, компенсация түләүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралғайны. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға сумманың 88 процентын – Федераль фонд, ә 12-һен Төбәк фонды бүләсәк. Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, был – урындағы властарҙың ваҡытында саралар күреүе, ныҡышмаллыҡ һөҙөмтәһе.
"Фонд беҙҙең үтенескә яуап бирҙе һәм документтар тиҙерәк “хәрәкәт итһен” өсөн урындарҙа белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итте. Беҙ, бүленгән аҡса арҡаһында Мәскәү һәм Ленинград өлкәләренән генә ҡалышып, өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Әлегә Башҡортостанда 51 объекттағы 2628 алданған өлөшсөнөң торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә алты миллиард һум алыуға өлгәштек", – тине Артем Ковшов.
Благовещен ҡалаһында “Яңы йорт” торлаҡ комплексында 2009 йылдан бирле фатир көтәләр. Был объекттың яҙмышы нисек хәл ителер? Ысынлап та, был күптәнге объекттарҙың береһе. Уны торлаҡ төҙөлөшө кооперативы форматында төҙөгәндәр. Төҙөлөш оҙаҡ ваҡытҡа туҡтап торған, һуңғы секцияларын проектһыҙ төҙөгәндәр. Әле ошо йортҡа бәйле документтар туплау эше тамамланған.
Әгәр түләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул ителһә, ул саҡта һәр өлөшсө, Федераль фонд сайтына (ДОМ.РФ) инеп, унда ғариза ҡалдыра ала.
“Көмөш шишмә” торлаҡ комплексы буйынса мәсьәлә лә хәл ителә. Бының өсөн предприятие банкротлыҡ процедураһын үтергә тейеш.
25 ноябрҙә Арбитраж судында сираттағы ултырыш була. Банкротлыҡ тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, өс-дүрт айҙа документтар әҙерләп, Федераль фондҡа ебәрәсәктәр. Мәғлүм булыуынса, былтыр ике йорт республика көсө менән төҙөлгән, әле тағы ла ике ҙур йорт ҡалған. Республиканың маҡсаты – судҡа ныҡлап әҙерләнергә һәм конкурс эше процедураһын индерергә.
Был йорттарҙың яҙмышы тураһында мәғлүмәт “Ватсап” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәре аша алданған өлөшсөләргә ебәреләсәк. Шулай уҡ республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы аша ла мәғлүмәт алырға була.
Йыл аҙағына тиклем “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексына ҡағылышлы мәсьәләне лә хәл итеү планлаштырыла. Унда 14 йорттоң барыһы ла республика көсө менән төҙөлгән. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды был эшкә йәлеп ителмәгән. Төҙөлөп бөтмәгән алты фатирлы ике танхаустың 11 өлөшсөһөнә декабрҙә компенсация түләү күҙаллана. Был биҫтәлә йәшәгән халыҡ инфраструктура менән тәьмин ителгән – ике балалар баҡсаһы һәм мәктәп һалынған. Әйткәндәй, быйыл августа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҙа проблемалы йорттарға компенсация бүлеү тураһында закон ҡабул иткәйне.
Октябрьский ҡалаһындағы “Весна” торлаҡ комплексы ҡасан төҙөлөп бөтөр, тигән һорау ҙа борсой халыҡты. Министрлыҡ белдереүенсә, объекттың сифаты буйынса һорауҙар бар. Йорт “Госстройнадзор”ҙың талаптарын иҫәпкә алып ҡабул ителәсәк. Тағы ла бер мәсьәлә бар – суд приставтары торлаҡ булмаған биналарға сикләү индергән. Киләһе йыл башында фатир хужаларына асҡыс биреү өсөн 18-се йортто әҙерләп тапшырыу планлаштырыла. Төҙөкләндереү эштәре атҡарылған, ваҡ мәсьәләләр генә ҡалған.
Меңәрләгән кешенең яҙмышын хәстәрләп
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 2945 өлөшсөгә бәйле 59 объект буйынса һорауҙар ҡаралған. Төбәктә барлығы 7578 килешеүе булған 125 проблемалы йорт бар. Уларға ҡағылышлы мәсьәләләр махсус фондтар ярҙамында 2023 йылға тиклем хәл ителергә тейеш, йәғни 4218 граждан өлөшсө булып торған 87 объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Шулай уҡ элекке төҙөүселәр йәки инвесторҙар ярҙамында төҙөлөштө тамамлау (21 объект – 2106 граждан), башҡа юлдарҙы файҙаланып, шул иҫәптән һатып алыу юлы менән (биш объект – 99 граждан) проблеманы хәл итеү күҙ уңында тотола.
"Меңәрләгән кешенең яҙмышы һеҙҙең эш һөҙөмтәһенә бәйле. Даими аралашырға, әле властар тарафынан ниндәй саралар күрелгәнен уларға аңлатырға кәрәк", – тине тапшырыуҙы алып барыусы, Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.
Тапшырыуҙа ҡатнашыусылар белдереүенсә, әле өлөшсөләр менән аралашыу күп осраҡта мессенджерҙар чатында алып барыла, шулай уҡ көнүҙәк мәғлүмәттәр Фондтың, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының сайтына ҡуйыла.
Алданған өлөшсөләрҙе фатир менән тәьмин итеү республикала ғына түгел, тотош илдә ҡырҡыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баштан уҡ был проблеманың өҫтөнлөклө булыуын билдәләне. Әле башҡарылған эштәр иһә был йүнәлешкә етди иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй.