Социаль мәсьәлә
30 Ноябрь 2020, 12:30

"Йомарт шишәмбенән" ситтә ҡалмағыҙ!

Йомарт шишәмбелә Өфө ресторандары хоспис төҙөлөшөнә ярҙам итәсәк.

1 декабрҙә Йомарт шишәмбе – Бөтә донъя хәйриә көнө – билдәләнә. Был көндө Өфө ресторандары үҙҙәренә килгәндәрҙе изгелек акцияһында ҡатнашырға саҡырасаҡ.
“QR-код буйынса бер нисә минут эсендә генә ҡунаҡтар хоспис төҙөлөшө өсөн төрлө суммалағы аҡсаны хәйер итеп бирә ала, – тип һөйләгән Өфө хосписы матбуғат секретары Светлана Ниғмәтуллина. “Dasko Garden”, “Open Coffe”, “Casablanka” кеүек ресторан-ҡәһүәханалар ошондай ярҙам күрһәтә. Шулай итеп, уларҙа һәр кем туҡланып ҡына ҡалмай, изге эш тә ҡыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: дауалап булмаған сирҙәр менән яфаланғандар өсөн төбәктәге беренсел ярҙам стационары Өфөләге IKEA сауҙа үҙәге эргәһендә төҙөлә. Бина 2021 йылдың көҙөндә сафҡа индерелер тип көтөлә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Ҡарары менән төҙөлөш эшҡыуарҙарҙың һәм кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. Уфахоспис.рф (hospice_ufa@mail.ru) сайты аша проектҡа ярҙам итергә мөмкин. Һәр сумма – 100, 300, 500 һум – республикалағы меңәрләгән кешегә ярҙам буласаҡ.
Читайте нас