Социаль мәсьәлә
1 Декабрь 2020, 15:50

Был сир береһен дә аямай

Бөгөн – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында дауалап булмаған был ҡот осҡос сир тураһында береһенән-береһе имәнесерәк хәбәрҙәр ишетелә торғайны. Интернет таралмаған, телевидение сығыштары сикләнгән осорға ярашлы, ябай кешегә күренмәгән “дошмандың” хәүеф кимәлен билдәләү мөмкин дә булмағандыр, моғайын.
“Африканан килгән СПИД сире тиҙ генә йоға ла кешене үлтерә икән” кеүегерәк хәбәрҙәр улар, әммә күҙгә күренмәгән был афәт күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелек донъяһы уның алдында һаман да көсһөҙ, инфекцияны еңеү әмәле юҡ. Әлбиттә, ваҡытында тейешле дауа алғандар, табиптар ҡушҡанса тормош рәүеше алып барған кешеләр иммунодефицит сире менән яғалаша-яғалаша, ғүмерен бер нисә йылға оҙайтыуы ихтимал. ВИЧ-тан ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: һаҡланырға.
Ә СПИД йоҡламай! Бер нисә йыл элек ҡурҡыныс сир, нигеҙҙә, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусыларҙың һәм наркомандарҙың өлөшөнә төшкән көмөш тип иҫәпләнһә, хәҙер был ҡалып урынһыҙ: ВИЧ-ҡа социаль мөхиттең барлыҡ баҫҡыстарында тороу­сылар ҙа дусар, унан тыш, сирлеләр тапҡан сабыйҙар тыуа-үҫә тора. Ә бит хәҙер мәғлүмәти ҡытлыҡ юҡ, һаҡланыу саралары бихисап, халыҡтың да был йәһәттән белем кимәле юғарыраҡ кеүек. Тик дәлилдәр икенсене һөйләй, ә ҡайһы бер белгестәр күптән саң ҡаға: илдә ВИЧ-инфекция эпидемияһы башланыу алдында, Рәсәйҙәге һәр 100-сө кеше ошо сиргә дусар! Рәсми сығанаҡтар бының менән ризалашмаһа ла, уйланырға урын бар...
Республикала ВИЧ вирусын йөрөтөүселәр 1987 йылдан рәсми теркәлә бара. Ошо осорҙан алып төбәктә 36 мең самаһы сирле теркәлгән, уларҙың 11 меңдән ашыуы вафат булған, быйыл ун айҙа 595 кеше үлгән.
Төбәктең СПИД үҙәге белгестәре әйтеүенсә, коронавирус пандемияһы ваҡытында ВИЧ менән сирләү күрһәткесе республикала – 24, 3 процентҡа, Өфөлә 30,5 процентҡа кәмегән. Шуныһын да иҫәпкә алырға кәрәк: быйыл ВИЧ-ты асыҡлау буйынса тикшереүҙәр һаны ла кәмегән. Мәҫәлән, былтыр туғыҙ айҙа 730772 тикшереү үткәрелһә, быйыл ошо уҡ осорҙа – 624771 генә.
2020 йылдың туғыҙ айында республикала ВИЧ йөрөткән 975 ир һәм 682 ҡатын асыҡланған. Уларҙан 99 кеше рәшәткә артында ултыра, 284 сирле – ауырлы ҡатындар. Быйыл туғыҙ айҙа сирле ҡатындарҙан 277 бала тыуған. ВИЧ йоҡтороусыларҙың йәшенә килгәндә, сирлеләр араһында 31-40 йәшлектәр күберәк.
Һәр ваҡыттағыса, ВИЧ йоҡтороуҙың төп сәбәбе – енси бәйләнеш (69,5 процент), икенсе урында – инъекция яһау (28,9 процент; наркомандар ысулы).
ВИЧ инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән төрлө саралар күрелә. Ошо көндәрҙә, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә ярашлы, Рәсәйҙә һәм республикала бихисап саралар планлаштырылған. Лекциялар, асыҡ дәрестәр уҙғарыласаҡ, мәктәптәрҙә юғары класс уҡыусылары араһында уйын формаһында конкурс-квест үтәсәк, был үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтлелеген арттырасаҡ.
Шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында Бөтә Рәсәй “ВИЧ/СПИД туҡта” (“Стоп ВИЧ/СПИД”) акцияһы хаҡында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Акцияла дәүләт эшмәкәрҙәре, табиптар менән бергә билдәле сәнғәт-мәҙәниәт әһелдәре, сәхнә йондоҙҙары, йәш быуын кумирҙары ҡатнаша. Уларҙың маҡсаты – үлемесле инфекция хаҡында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткереү, ВИЧ эпидемияһын иҫкәртеү.
Читайте нас