Социаль мәсьәлә
2 Декабрь 2020, 19:15

Ауырғазы ирекмәндәре нисек эшләй?

"Беҙ бергә" ирекмәндәр штабына 1 сентябрҙән алып 151 мөрәжәғәт килгән. Колл-үҙәк туҡтауһыҙ эшләй, бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай.

2017 йылда ирекмәндәр хәрәкәте рәсми барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк Ауырғазы районында ул булған. Быйыл мартта иһә Талбазы ауылында “Беҙ бергә” тигән ирекмәндәр штабы төҙөлгән.
Әле Ауырғазы районында йәшәгән 140 кеше – ирекмәндәр хәрәкәте ағзаһы. Марттан авгусҡа тиклем улар ярҙам итеү өсөн ҡаралған 745 ғаризаны тормошҡа ашырған. Бөгөн ирекмәндәр район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Лиана Шаганц етәкселегендә өлкән йәштәге һәм аҙ хәрәкәт иткән граждандарға ярҙам итә. 1 сентябрҙән ғаризаларҙы ҡабул итеүҙең икенсе осоро башланды. Ирекмәндәр штабына 151 мөрәжәғәт килгән. Колл-үҙәк туҡтауһыҙ эшләй, операторҙар бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
"Нигеҙҙә беҙгә оло йәштәгеләр мөрәжәғәт итә. Улар дарыуҙар, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе һорай. Республика Хөкүмәте, “Берҙәм Рәсәй”, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, урындағы Совет депутаттарының ярҙамын – аҙыҡ-түлек йыйылмаларын тараттыҡ. Уларҙы алғандар сикһеҙ рәхмәтле", – ти Лиана Марат ҡыҙы.
Районда 65 йәштән өлкәнерәк 9 мең кеше йәшәй. Ҡайһы бер ололар хужалыҡта ярҙам итеүҙе – йортто ипкә килтереүҙе, мал-тыуар, баҡса ҡарауҙы һорай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ирекмәндәр коммуналь түләүҙәрҙе түләгәндә булышлыҡ итә. Был осраҡта автоирекмәндәр Илгиз Низамов, Альберт Хәбибуллин, Дина Ефимова һәм шәхси эшҡыуар Рөстәм Замановтың таксопаркы ярҙам итә. Ғәҙәттәге көнкүреш ярҙамынан тыш, уларға өләсәй-олатайҙарҙы ҡала поликлиникалары белгестәренә алып барырға тура килә.
"Автоирекмәндәр шәхси машинаһында, үҙ иҫәбенә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта республика һәм район етәкселектәре тарафынан һәр йәһәттән ярҙам тоябыҙ. Һорауҙарыбыҙ булһа, инҡар итмәйҙәр. Йыш ҡына шәхси һаҡланыу сараларын бүләк итәләр. Был иһә беҙгә ауылдаштарға тағы ла ярҙам итеү өсөн этәргес бирә", – ти Ауырғазы ирекмәндәр штабы етәксеһе.
Д. Андреев.
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.
Читайте нас