Социаль мәсьәлә
4 Декабрь 2020, 09:00

Протез өсөн 4 миллион һум кәрәк

Өфөнөң Дим биҫтәһенән 20 йәшлек спортсы Рафаэль Абзалетдинов онкологияны еңгән, тик уң аяҡһыҙ ҡалған.

Өфөнөң Дим биҫтәһенән 20 йәшлек спортсы Рафаэль Абзалетдинов онкологияны еңгән, тик уң аяҡһыҙ ҡалған.
Был насар сиргә тиклем егет бик әүҙем булған, мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө спорт төрҙәре менән бик теләп шөғөлләнгән һәм үҙе уҡыған Башҡортостан дәүләт аграр университеты данын төрлө ярыштарҙа яҡлаған. Бынан тыш, егет бына тигән итеп бейегән, ғөмүмән, ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәгән.
Тик бына быйыл мартта, пандемия ҡыҙған ваҡытта, бер күнекмәнән һуң Рафаэль аяғының ауыртыуын тойған. Яңылыш баҫҡанмындыр тип, башта был хәлгә иғтибар итмәй егет, тик һыҙланыу көсәйгәндән-көсәйә. Ә табип уға аяғына май һыларға һәм уны эластик бинт менән урарға ҡуша. Егет шулай эшләй ҙә, әммә икенсе көн һыҙланыу ҡырҡа көсәйә. Һөҙөмтәлә Рафаэлдең уң аяғы ныҡ шешә. Дим дауаханаһында иһә егеттең аяғына рентген эшләйҙәр һәм шеш барлығын һиҙемләйҙәр. Тик был дауахана тиҙҙән ковид госпиталенә әйләнгәс, егетте өйөнә дауаланырға ҡайтаралар. Әсәһе үҙе табиптың ватсаптан һалынған видео күрһәтмәһе буйынса егеттең яраһын таҙарта. Ике аҙна карантиндан һуң, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында мускул биопсияһын эшләйҙәр. Тик табиптар йәш, ныҡ егет менән нимә булыуын асыҡлай алмайҙар. Тағы ике аҙна ваҡыт үтә һәм онкологҡа йүнәлтмә бирәләр. Ә аныҡ диагнозды – III дәрәжә яман шеш икәнлекте – Мәскәүҙәге Блохин клиникаһында ғына ҡуялар һәм аяҡты хәҙер инде ҡотҡарып булмауы – ампутация кәрәклеге – хаҡында әйтәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Рафаэль инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән коляскала ғына хәрәкәт итә. Әммә уны яҙмыш һынауҙары һындырмаған. Элекке йәшәү рәүешенә уға ҡайтырға бионик протез ярҙам итер ине. Ул егеткә спорт менән шөғөлләнеү, бәлки, Башҡортостандың паралимпия хоккейы буйынса командаһына инеү, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыу өсөн этәргес көс булыр ине. Ошо маҡсатта спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә егет. Кем белә, бәлки, Рафаэль Абзалетдинов киләсәктә билдәле спортсы булып китер? Шуға ярҙам итергә теләгәндәр булһа, Рафаэлдең әсәһе Зөлфиә Вәрис ҡыҙының картаһына аҡса күсерә ала. Карта номеры: 4276 0600 1105 3710 (Һаҡлыҡ банкы). 8 (917) 787 38 04 телефон номеры буйынса ла үҙегеҙ теләгән сумманы күсерергә мөмкин.
Ҡасандыр, сиргә тарығанға тиклем, Рафаэль үҙе әүҙем ижтимағи тормош алып барған, бигерәк тә “Изге йөрәк” проектында ҡатнашыу оҡшаған: йәштәр инвалид балалар өсөн Яңы йыл әкиәттәрен ҡуйған. Беҙ ҙә уға етеп килгән Яңы йыл айҡанлы аҡса күсерәйек.
Ә әлегә Рафаэлгә рухи йәһәттән яратҡан ҡыҙы һәм дуҫтары ярҙам итә. Ата-әсәһе лә һәр саҡ уның янында, терәк-таянысы. Ә беҙ Рафаэль Абзалетдиновтың уй-хыялдары тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ һәм уға рух ныҡлығы теләбеҙ!
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас