Социаль мәсьәлә
7 Декабря 2020, 13:45

Табиптарға – йәшелсә-емеш

Коронавирус инфекцияһынан һәм пневмониянан дауалаусы ете дауахана табиптары помидор, ҡыяр, салат, алма кеүек урында етештерелгән ризыҡтарҙы алған.

“Беҙ бергә ” (#МыВместе) Бөтә Рәсәй акцияһына Бөрө һәм Бүздәк райондарының крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡушылған. Улар баш ҡаланың ковид-госпиталдәренә дүрт тоннанан ашыу йәшелсә-емеш оҙатҡан.
Коронавирус инфекцияһынан һәм пневмониянан дауалаусы ете дауахана табиптары помидор, ҡыяр, салат, алма кеүек урында етештерелгән ризыҡтарҙы алған.
“Был – медицина хеҙмәткәрҙәренә беҙ белдергән рәхмәт. Улар – алғы һыҙыҡта, кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшә, беҙгә өмөт бирә, яҡшылыҡҡа ышанырға өндәй. Был афәтте фәҡәт бергә генә еңергә мөмкин. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтарына рәхмәт – беҙҙең башланғысты хупланылар. Бөгөн берҙәмлек бик мөһим”, – ти "Беҙ бергә” (#МыВместе) Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Яков Көгөбаев.
Баш ҡаланың 13-сө клиник дауаханаһының баш табибы Булат Ғарифуллин табиптарға шундай иғтибар күрһәтеү һәр саҡ ыңғай тойғолар уята, тип белдерә:
“Беҙҙең эште дәүләт эш хаҡы менән билдәләүе бер, ә йәмәғәтселек күрһә, был икенсерәк мәғәнәгә эйә. Тимәк, кешеләр хеҙмәтебеҙҙе баһалай, тигән һүҙ. Был беҙгә өҫтәмә көс бирә”, - ти ул.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас