Социаль мәсьәлә
9 Декабрь 2020, 06:30

“Доктор, рәхмәт!" тигән һүҙҙәр – иң ҙур баһа”

"Миңә 14 йәш ине. Әсәйем ҡаты ауырып китте һәм вафат булды..."

Рөстәм Сабир улы Ғилманов Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, Белорет бала табыу йортонда эшләй. Бер нисә йыл “Ассы” шифаханаһында хеҙмәт итә.
Коллегаларының саҡырыуы буйынса 2015 йылда Силәбе өлкәһе Верхнеурал дауаханаһына эшкә юллана. Бөгөн ул – гинекология бүлексәһе мөдире. Ул шулай уҡ ковид-госпиталдә лә эшләй. Белемен даими камиллаштыра.
“Ни өсөн табип һөнәрен һайланығыҙ?” тигән һорауға ул шулай яуап ҡайтарҙы: “Миңә 14 йәш ине. Әсәйем ҡаты ауырып китте һәм вафат булды. Ошо ауыр ҡайғынан һуң табип буласаҡмын тигән маҡсат ҡуйҙым, сөнки был донъяла кешеләргә ярҙам итеүҙән дә ҙурыраҡ һәм мөһимерәк эш юҡ. Сирле кешенең аяҡҡа баҫыуы – оло ҡыуаныс. Пациенттың ихлас рәхмәте – донъялағы иң ҙур баһа. Табип кешеләргә ярҙам итә, ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Шуға ла уларға рәхмәтле булырға өйрәнһәк ине”.
Рөстәм Сабир улы Зөләйха Фәнил ҡыҙы менән бергә өс бала үҫтерә. Уларға бына тигән матур исем ҡушҡандар. Мәликә II класта уҡый, Наил балалар баҡсаһына йөрөй, Йософҡа – ике йәш.
Рөстәм гитарала уйнай. Матур йырлай. Буш ваҡыттарында ғаиләһен былау менән һыйларға ярата. “Мин дә үҫкәс табип булырға теләйем”, – ти ҡыҙҙары Мәликә лә. Бәлки, ул табиптар династияһын дауам итер, кем белә.
Әлегә Рөстәм Сабир улына һәм коронавирус менән көрәшкә баҫҡан табиптарҙың барыһына ла уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйек.
Рөстәм Сабир улының Башҡорт теле көнө айҡанлы ҡотлауын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Фото һәм видео: Рөстәм Ғилмановтың шәхси архивынан.
Читайте нас