Социаль мәсьәлә
9 Декабрь 2020, 07:30

Китапханасы ла кешеләргә ярҙамға килгән

Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эше үҙенсәлектәре менән бөгөн тим-лидер Фирҙәүес Таңғатарова таныштыра.

Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй. Унда хеҙмәт итеүсе, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булыусы сираттағы замандашыбыҙ менән таныштырабыҙ.
Фирҙәүес Таңғатарова оҙаҡ йылдар З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләй, уҡыу залының баш китапханасыһы. Яңы асыласаҡ үҙәккә операторҙар талап ителә, махсус уҡыу ойошторола тигәс, ул был яңылыҡҡа шатланып, ысын күңелдән риза булған. Беренсенән, ихлас булмышлы, аралашырға яратҡан кеше булараҡ, был эш уға ҡәнәғәтлелек бирһә, икенсе яҡтан, кемгәлер ярҙам итә алыу, кәрәклелек тойғоһо йәшәүенә йәм өҫтәй. Ул операторҙар залында тим-лидер – төркөм етәксеһе вазифаһын башҡара.
– Беҙҙең төркөмдә йәмғеһе 16 оператор эшләй. Улар араһында төрлө тармаҡ белгестәре, китапханасылар, музей хеҙмәткәрҙәре, чиновниктар, хатта журналистар ҙа бар. Оператор булыу өсөн медицина белеме мотлаҡ түгел, сөнки беҙҙең эште махсус эксперттар – Башҡорт дәүләт медицина университеты профессорҙары, доценттары, ординаторҙары көйләй (ғәҙәттә, смена һайын – ике-өс белгес). Һәр эш көнө ике сменаға бүленгән, медицина тармағы белгестәре уларға ярашлы алмашынып тора.
Операторҙарҙың һәр ҡайһыһы компьютер, күп каналлы телефон, ҡолаҡсындар һәм башҡа техник ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Компьютерҙағы махсус программаларҙың да үҙенсәлектәре бихисап. Был йүнәлеш буйынса үҙәктә техник ярҙам хеҙмәте ойошторолған. Улар ҙа һәр смена һайын – беҙҙең менән. Программа ҡапыл ғына туҡтап ҡалһа, шунда уҡ көйләй һалалар. Ғәҙәттә, бында үҙ район-ҡалаһында урындағы поликлиникаға күп тапҡыр шылтыратып та, бәйләнешкә инә алмаған кешеләр шылтырата. Әгәр ҙә кеше коронавирус менән сирләй һәм йортона табип саҡыртыу кәрәк икән, оператор мотлаҡ медицина белемле экспертты саҡырта. Сирле менән аралашҡандан һуң, уның артабанғы яҙмышы хәл ителә, мөрәжәғәт урындағы поликлиникаға йүнәлтелә. Үҙәктән килгән мөрәжәғәт медицина тармағындағы берҙәм һанлы системала күренеп тора, шуға ла проблеманың тиҙ арала хәл ителеренә өмөт ҙур.
Үҙәккә кем, ҡайҙан шылтыратҡан – элемтәнең барлыҡ техник параметрҙары шунда уҡ экранда сағыла, шулай уҡ кеше хаҡындағы шәхси мәғлүмәттәрҙе лә теркәп барабыҙ. Әгәр ҙә оператор менән һөйләшкән саҡта элемтә өҙөлһә, был да хәл ителә: операторҙар мотлаҡ шылтыратыусы менән ҡабат бәйләнешкә инеп, проблеманың айышына төшөнөп, ярҙам юлын тәҡдим итәсәк. Ул ғына түгел, һәр мөрәжәғәт буйынса ҡарар булырға тейеш тигән маҡсаттан эшләйбеҙ. Мәҫәлән, кеше сирләй һәм табип саҡырта алмаған, унан беҙҙең менән бәйләнешкә ингән. Оператор шылтыратыусы хаҡында мәғлүмәтте теркәгәс, ул йәшәгән төбәктәге медицина учреждениеһы менән бәйләнешкә инеп, табипты йортҡа саҡыртыу ихтыяжы хаҡында хәбәр итә. Аҙаҡ иһә шылтыратыусы менән тағы бәйәнешкә инеп, мәсьәлә хәл ителгәнме-юҡмы икәнде теркәйбеҙ, - ти Фирҙәүес Фәсхетдин ҡыҙы.
Ғәмәлдәге пландар буйынса Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге уның хеҙмәтенә ихтыяж булғансы эшләйәсәк. Һис шикһеҙ, бында эшләгән һәр кеше хаҡында “ул коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында”, тип әйтергә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала: 8-800-201-89-03. Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин: 8(347) 218-19-19.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас