Алкоголизм – ул ауырыумы? Был һорауға уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Америка ғалимдары “эйе” тип яуап биргәйне. Уның сир генә түгел, үлем осрағына килтерә алырлыҡ ҡәбәхәт булыуы ла раҫланды. 80 – 90-сы йылдарҙағы кеүек йығылып эсеүселәр булмаһа ла, “ҡыйыш тейәргә” яратыусылар бөгөн дә йәмғиәтебеҙҙә бихисап. Йәштәр һыра, шарап, башҡа төрлө эсемлектәрҙе күп ҡуллана. Тик улар быны эскелеккә һанамай, ял итеү, күңел асыу сараһы булараҡ ҡабул итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сикте белмәй эсеүселәр бар. Ололар, урта быуын кешеләре, йәштәр, хатта үҫмерҙәр араһында сәләмәтлектәре менән шаярыусылар байтаҡ. Эскелектең кеше тормошона төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтереүен башланғыс осорҙа аңлап та бөтмәйҙәр.
Упҡынға тәгәрәп һуңғы сиккә еткәс, үҙҙәрен ҡулға алып өр-яңынан йәшәй башлаған кешеләрҙең яҙмышы күптәрҙе уйландырыр.
“Хәмер арҡаһында рәшәткә артына эләктем”
Был ирҙең дә тормошо, күптәрҙеке кеүек, алкоголь һәм наркотик арҡаһында емерелә. Һөҙөмтәлә ул бөгөн бөтә нәмәнән ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Ир ҡорона етеп, матди яҡтан аяғында ныҡлы баҫып торғас ҡына өйләнә ул. Тиҙҙән йәштәрҙең һөйөп туймаҫлыҡ ҡыҙҙары тыуа. Ул ваҡытта инде уларҙың өс бүлмәле фатиры, ҡала ситендә ике ҡатлы йорто, гөрләп торған бизнесы була. Машина йыуыу һәм техник хеҙмәтләндереү станциялары һанын бер нисә йыл эсендә унға еткерә. Шуларға өҫтәп, махсус техникаһы ла – МТЗ-82 тракторҙары, экскаватор, ассенизаторлы машиналар ҙа эшләп тора. Айлыҡ килеме миллион һумға еткән ирҙең тормошо күптәрҙең хыялында ғына була.
– Ҡиммәтле сит ил машиналарында йөрөнөм. Байлыҡ булғас, яҡшы виски, коньяк эсә башланым, алкоголгә кокаин һалып бутаным. Иртәнге сәғәт 6-нан төнгө 12-гә тиклем эшләгән кешегә был рәхәтлек бирә ине. Ҡатыным менән арабыҙ боҙола башланы, “Бөтә ваҡытыңды эштә уҙғараһың, ғаиләңде оноттоң”, тип йәнде көйҙөрҙө, – тип һөйләй ул.
Ул ҡатынына үҙ предприятиеһында иҡтисадсы булып эшләргә тәҡдим итә. Тормош иптәше ризалаша, тынысланып, эш нөктәләрен тикшереп йөрөй башлай, әммә иргә эш буйынса күп йөрөргә тура килә, шуға күрә улар барыбер һирәк күрешә, аҙ аралаша.
– Барыбыҙ өсөн дә тырышыуымды аңлатһам да, ул үҙенә аҡса түгел, ғаилә кәрәклеген әйтә килде. Талашыуҙар арҡаһында минең бөтөнләй өйгә ҡайтҡым килмәй башланы. Өйләнешкәндең бишенсе йылында беҙ айырылыштыҡ. Мин төшөнкөлөккә бирелдем һәм эскесегә әйләндем.
Айырылышҡанда уға, “Булған бар аҡсаны “прокайфую”, тинем. Шулай булды ла: үҙем белә тороп упҡынға тәгәрәнем – эстем, тарттым. Эш нөктәләрен һаттым. Дуҫтарым мине был мәхшәрҙән тартып алырға тырышып ҡараны, тик мин уларға “мейемде серетмәгеҙ” ти инем. Уларҙың үҙҙәрен дә эсергә саҡырҙым. Бер туҡтауһыҙ, айлап эстек. Алкоголь менән бергә наркотиктар ҙа ҡулландыҡ. Барыһы ла минең аҡсаға инде.
Ләкин көндәрҙән бер көн аяҡтарымды тоймай башланым. Ике көн интенсив терапия курсы алғас ҡына, йөрөй башланым. Шул саҡта табип: “Йәшәгең килә икән, эсеүеңде ташла. Һинең бауырың ҙурайған”, – тине. Ике-өс аҙна дауаланғас, мине өйгә ҡайтарып ебәрҙеләр, тик өс бүлмәле фатирҙа миңә бөтә нәмә ғаиләмде хәтерләтте. Уны һаттым, бизнесымды тергеҙеү маҡсатында, яңы махсус машиналар һатып алдым, – тип һөйләй ир кеше.
Тормошо яйға һалынып ҡына килгәндә, уның иғтибары бер гүзәл ҡыҙға төшә. Яңы һөйгәненең наркотик ҡулланыуы, эсеүе уны бер аҙ һағайтһа ла, аралашыуын туҡтатмай. Улар көн-төн бергә була. Ҡыҙҙың ике бүлмәле фатирына күсенеп, бизнесты киңәйтеү тураһында уйлайҙар. Әммә әлеге ҡыҙ уны төнгө клубтарға алып йөрөй башлай. Ул бындай мөнәсәбәттәрҙең эйфория өсөн генә булыуын һәм ошо компанияларҙа икеһенең дә наркоманға әйләнәсәген аңлап ала. Тик кешене һаҙлыҡтан йолоп алыуы ҡыйын.
– Ул “Әйҙә бөгөн ял итәбеҙ” тиһә, беҙ бер төндә 20-30 меңгә “кәйефләнә” инек. Шул арҡала төрмәгә лә эләктем. Иҫерек килеш наркотик һатып алғанымда мине ҡулға алдылар. Башта өс ай төрмәлә ултырҙым. Йөрөгән ҡыҙым ул ваҡыт эсендә икенсе берәүҙе тапҡайны инде. Был юлы мин үҙемде ҡулда тотоп ҡала алдым. Алкоголизмдан һәм наркотикка бәйлелектән дауалай торған дауаханаға кереп яттым. Аҙаҡ мине өс йыл да өс айға хөкөм иттеләр.
Хәҙер насар ғәҙәттәргә бәйлелегем юҡ. Дауаланыу курсы үтәм, кешеләрҙең тормош юлы, эскелек арҡаһында упҡынға тәгәрәүҙәре тураһында күп тыңлайым. Иң мөһиме – үҙ ауырыуымды үҙем аңлауымды күктән ебәрелгән мөмкинлек тип ҡабул иттем. Тормошомдо ҡабаттан башлап, кешесә йәшәп китә аласағыма ышанам.
Алкоголь миңә “ирек” бирҙе
Был ханым менән осраҡлы таныштыҡ. Тышҡы ҡиәфәте менән тыныс, әммә күҙҙәрендә нур юҡ.
Тулы ғаиләлә берҙән-бер, иркә бала булып, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй үҫә ул. Әсәһе – һатыусы, атаһы төҙөүсе булып эшләй. Атаһы бер аҙ эсеп ҡайта торған булһа ла, ул атаһын әсәһенә ҡарағанда нығыраҡ ярата. Әсәһе гел эштә, ире эсеп ҡайтҡанда гел борсолоп йөрөй. Баланың иһә ҡәҙерле кешеләрен көлөп кенә торған итеп күргеһе килә.
Балда-майҙа йөҙөп кенә үҫһә лә, уға ғаиләһе тарафынан иғтибар, аңлау етмәй.
– Мәктәптә мин бик аҡыллы ҡыҙ инем, йыш ҡына башҡаларға үрнәк итеп ҡуйҙылар. Тик мәктәптә генә шулай булды. Урамда, ихатала иһә мин “пацанка”ға әйләнә инем. Туғыҙ йәштән үк тәмәке, ә 13 йәштә беренсе тапҡыр хәмер татып ҡараным.
Мин ике төрлө тормош алып барҙым. Өйҙә шау-шыу килергә, дуҫ ҡыҙҙарҙы алып ҡайтырға, хатта ҡысҡырып көлөргә лә ярамай ине. Атай-әсәйем билдәләгән ҡыҫымдар эсендә йәшәнем.
Даими рәүештә алкоголь ҡулланыуым 14 йәштә башланды. Әсәйемдең йәшереп ҡуйған ике шешә шарабын урланым. Иҫерек хәлдә булыу миңә оҡшаны, сөнки һин нимә һөйләгәнеңде, нимә эшләгәнеңде аңларлыҡ дәрәжәлә булмайһың. Уйлайһы ла юҡ бит. Рәхәт! Алкоголь миңә “ирек” бүләк итте. Шул ваҡыттан бирле бер генә күңел асыуҙы, байрамды ҡалдырманым. Шул уҡ йылда беҙ икенсе районға күсендек. Яңы районда ла үҙемә компанияны тиҙ таптым. Әлбиттә, уның хәмер яратҡан егет-ҡыҙҙарҙан торғанын самалауы ҡыйын түгел инде.
Мәктәпте тамамлағас, институтҡа инә алманым. Йәштәштәрем имтихандарға әҙерләнгәндә, мин эстем. 17 йәшемдә анаша тартып ҡараным. Ялғанлыҡ, хыянат, ҡараҡлыҡ, яҡындарҙы алдау, фәхишәлек, аборт эшләтеү – дүрт йыл эсендә нимәләр генә ҡылып бөтмәнем.
22 йәшемдә әсәйемдең алдына теҙләнә-теҙләнә ярҙам һорап килдем. Был минең эскелекте ташларға беренсе ынтылыуым булмаһа ла, яҡыным мине аңланы, ярҙам итте. Ул ваҡытта мин артабан ошолай йәшәй алмаясағымды теүәл аңлағайным.
Хәҙер кешесә йәшәй башлауыма һөйөнәм. Биш йыл дауамында үҙ-үҙемде тыйырға, аңларға өйрәндем. Ғаилә ҡорҙом. Ике балам, тормош иптәшем, дуҫтарым бар. Биш йыл элек һалҡын, бысраҡ подъездарҙа аунап ятҡанда, бындай бәхет тураһында уйлай ҙа алмай инем. Янымдағы кешеләргә рәхмәтем сикһеҙ!