Социаль мәсьәлә
11 Декабрь 2020, 14:12

Тормоштары алға тәгәрәй

Бер нәмәһеҙ тороп ҡалған күп балалы ғаиләгә дәүләт ярҙам итә.

Уттан ҡалмай, бурҙан ҡала, тип юҡҡа әйтелмәгән. Белорет районының Исмаҡай ауылында йәшәгән күп балалы Атауллиндар ғаиләһе лә янғын арҡаһында, күҙ асып йомған арала, бер нәмәһеҙ тороп ҡала.


2008 йылдың 6 авгусында була был аяныслы хәл. Электр үткәргесенең төҙөк булмауы арҡаһында, көпә-көндөҙ янғын сыға. Ауыл осонан ҡуйы төтөн ҡоторғанын күреп, исмаҡайҙар ут һүндерергә ашыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бесән осоро булғас, күптәр ҡырҙа була. 25 километр алыҫлыҡта ятҡан Үрге Әүжәндән янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, йорттары көл-күмергә әйләнә.


Ут ихатала төҙөлә башлаған өйгә лә күсә. Ярай ҙа ауылдаштары, эргәлә генә ағып ятҡан йылғанан биҙрәләп һыу ташып, һаҡлап алып ҡалалар.


Ярҙам ҡулы һуҙалар


Атауллиндар ғаилә башлығының ата-әсәһенән ҡалған иҫке генә йортта төпләнә.

– Ағас бүлделәр, әммә уның менән генә йортто нисек төҙөп бөтәһең. Янғында өй эсендәге йыһаз, көнкүреш техникаһы, әйберҙәребеҙ менән бергә һатып алынған төҙөлөш материалдары ла янып юҡҡа сыҡты, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Азамат Вәдит улы.
Кемдең кемлеге ауыр ваҡытта һынала, тиҙәр. Бәләгә осраған күп балалы ғаиләне яңғыҙ ҡалдырмайҙар. Дуҫтары, ауылдаштары, туғандары хәстәренән айырмай: берәүҙәр – аҡсалата, икенселәр әйбер менән ярҙам итә. Бындай ваҡытта йылы һүҙ, йылы ҡараш та бик мөһим. Белорет, Учалы мосолмандары ойошмалары ла ярҙам ҡулы һуҙа Атауллиндарға.

Дәүләттән субсидия бүленгәс, ғаиләнең шатлығының иге-сиге булмай.
– Йәшермәйем, күңелебеҙ төшкәйне, “Балаларҙы нисек уҡытып, кеше итербеҙ, йортто нисек һалып бөтөрбөҙ?” тигән уйҙар тынғы бирмәне. Субсидия бүленгәс, яңғыҙ түгел икәнлегебеҙҙе аңланыҡ. Республика, район етәкселегенә күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләгәндәре өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти хужабикә Рәүилә Тәлғәт ҡыҙы.
Атауллиндар “Башҡортостан Респуб­ликаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы нигеҙендә ҙур ғына күләмдә дәүләт ярҙамына эйә була.


Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергәләр


Азамат Вәдит улы Исмаҡай ауылында тыуып үҫә. Рәүиләне тормошоноң ҡатмарлы мәлендә, йәғни ҡатыны гүр эйәһе булып, өс баланы яңғыҙы тәрбиәләгән ваҡытында осрата. Бөрйән районында тыуып үҫкән Рәүилә Исмаҡайға таныштарына ҡунаҡҡа килә. Ике баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтырған ҡатынға ла терәк-таянысһыҙ тормош көтөүҙәре еңелдән булмағандыр.

Күңелдәрендә бер-береһенә ҡарата йылы хистәр уянған ир менән ҡатын артабанғы тормош юлдарын бергә үтергә ҡарар итә. Биш бала аталы-әсәле була. Шунан бирле Атауллиндар ҙур, татыу ғаилә булып ғүмер кисерә. Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә үткәрәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп, уртаҡ балалары Салауат донъяға килә.
Азамат крәҫтиән (фермер) хужалығын етәкләй, йылҡы үрсетә. Әлегә ҡымыҙ етештермәйҙәр, киләсәктә был тәңгәлдә эш башларға тигән уйы бар. Быға тиклем ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ваҡытында ҡорттар осоп китә, киләсәктә был шөғөлдө лә тергеҙмәксе фермер. Егәрле ир-уҙаман йылытыу миҙгелендә мәктәп ҡаҙанлығында ла эшләп ала.
Физкультура, хеҙмәт дәрестәре уҡытыу­сыһы һөнәренә эйә Азамат Вәдит улын быйыл мәктәпкә эшкә саҡырғандар. Ғаилә башлығы көноҙоно үҙ эшенән бушамағас, бар донъяуи мәшәҡәттәр – ҡатыны иңендә. Әлбиттә, еңел түгел, әммә тырыш ҡатын барыһын да булдыра. Кәртә-ҡура тулы мал, мул баҡса, йорттарында һәр ваҡыт йәм һәм тәртип. Бынан тыш, магазинда ла эшләргә өлгөрә Рәүилә.
Балалар ҙа атай-әсәйҙәренә оҡшап егәрле, йүнсел, тырыш булып буй еткерә.

Ҙур балалары үҫеп етеп, үҙаллы тор­мош­ҡа аяҡ баҫҡан да инде. Иң ололары Илһам вахта ысулы менән эшләй, ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Илсейәләре һатыусы һөнәрен һайлаған. Индира ҡыҙҙары тормошон сәнғәт менән бәйләргә уйлай, әле Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҡый. Илназ – Белорет металлургия колледжы студенты. Фидан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Бөрйәндәге филиалында белем ала.
Бөгөн кинйәләре Салауат ҡына – мәктәп уҡыусыһы. Ағай-апайҙарының ялға ҡайтҡан­да­рын һағынып көтә ул, сөнки йорттары шат ауаздарға күмелеп, тағы ла йәнләнеп китә.
Беҙ барғанда ваҡытлыса дистанцияла белем алған Фидан һәм өсөнсө класта уҡыусы Салауат ата-әсәһенә төҙөлөш эштәрендә булыша ине. Малайҙар техниканы ла яҡшы белә, Фидан трактор ҙа йөрөтә, мотоблокта ла эшләй белә.

Тиҙҙән өй туйлаясаҡтар


Эш гөрләй. Ике ҡатлы мөһабәт йорт төҙө­лөп бөтөп килә, еренә еткерәһе мәсьәләләр байтаҡ булһа ла, ҡышты яңы йортта үткәрергә күҙаллай мәҡәлә геройҙарым.
Йорттоң эске яғының нисек буласағын, нисек бүленәсәген дә бергәләп хәл иткән Атауллиндар. Беренсе ҡатында аш-һыу бүлмәһе һәм ҙур зал буласаҡ. Йоҡо бүлмәләре икенсе ҡатта урынлашҡан. Тәбиғи төҙөлөш материалдарына өҫтөнлөк биргәндәр, шуға беренсе ҡаттың стеналарын йышып, бүрәнә килеш ҡалдырғандар. Йортҡа инеү менән саф ҡарағай еҫе аңҡып тора. Алтын ҡуллы ғаилә башлығы, ағасты һырлап, төрлө биҙәктәр ҙә эшләгән. Яңы йортта ҡалалағы кеүек уңайлы шарттар ҙа буласаҡ.
Бөтә нәмәне лә бергә, кәңәшләшеп башҡарырға күнеккән Атауллиндар, шуға күрә ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмағандар, тормоштары ла алға тәгәрәй.
Читайте нас